Ғәҙәттән тыш хәл
23 Августа 2022, 10:50

Хәйбулла далаһы яна

Хәйбулла районы биләмәһендә янғын хәүефенә бәйле хәлдәр киҫкен: төбәктә 5 класлы юғары хәүеф һаҡлана. Кисә Мәмбәт һәм Сәғит ауылдары янында ҡоро үлән янып китте. Ут Ырымбур өлкәһе сигенән килеп ингән. Урында ҡотҡарыусылар эшләп, янғынды ваҡытында һүндерҙе. Дөйөм алғанда 7 гектар майҙанда ут ялмап алған. Янғын сығыуҙың сәбәптәре асыҡлана. Район етәкселеге ут сығыу осраҡтары сыға ҡалһа 112 тиҙ хеҙмәтенән шылтыратырға кәңәш итә.

Хәйбулла далаһы янаХәйбулла далаһы яна
Хәйбулла далаһы яна

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: янғын сығыу хәүефе киҫкен торғанлыҡтан, республикала 23 августан 5 сентябргә ҡәҙәр урманға сығыу, техника менән урман эсенә инеү тыйыла.

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас