Бөтә яңылыҡтар
Ғәҙәттән тыш хәл
20 Август 2022, 21:07

Ҡаршыңа айыу килеп сыҡһа нимә эшләргә?

“Башҡортостан” милли паркы хеҙмәткәрҙәре айыу осрағанда нимә эшләргә тигән кәңәштәр бирә.

- урманда ҡалдыҡтарығыҙҙы ҡайҙа етте ташлап йөрөмәгеҙ. Аҙыҡ еҫе айыуҙарҙы йәлеп итә;

- ныҡ еҫле аҙыҡ-түлек һәм көнкүреш химияһын урманға алып бармағыҙ. Был еҫтәр айыуға ҡыҙыҡ һәм улар ҡарарға киләсәк;

- урманда саҡта ҡысҡырып һөйләшегеҙ йәки йырлағыҙ. Улар тауыш яратмай һәм алыҫтан ишетеп ҡалһа, ҡасырға тейеш.

Айыу менән осрашһағыҙ нимә эшләргә?

– бер ҡасан да айыуға яҡын бармағыҙ;

– йәнлекте ҡурҡытмағыҙ, уның ташланыуы ихтимал;

– үҙегеҙҙең үлсәмдәрегеҙҙе ҙурайтырға тырышығыҙ, ҡулдарығыҙҙы күтәрегеҙ, башҡа кешеләр янығыҙҙа булһа, берләшеп, ҙурыраҡ күренергә тырышығыҙ. Айыуҙар дошманының ҙурлығына ҡарай;

– бер ҡасан да айыуҙан ҡасмағыҙ. Улар баҫтырырға ярата. Йөҙөнә ҡарап, яйлап ҡына артҡа сигенегеҙ.

Ә иң яҡшыһы - бөтөнләй улар менән осрашмаҫҡа! 

ә һеҙ айыу менән күҙмә-күҙ осрашҡанығыҙ бармы?
эйе
юҡ
Яуап
Автор:гульдар кадаева