Бөтә яңылыҡтар
Ғәҙәттән тыш хәл
15 Август 2022, 13:20

Ебәр инде шунан балаңды ышанып лагерға

Юлдаштарға нимә булған? Күптән түгел Баймаҡ районының “Юлдаш” лагеры биләмәһендә 15 йәшлек үҫмерҙең өҫтөнә спорт ҡоролмаһы ҡолап, баш һөйәген имгәткәйне. Әле килеп Салауат ҡалаһының “Юлдаш” лагерында ҡыҙҙарҙың сысҡан биҙгәге йоҡтороп, сәләмәтлектәренә ныҡлы зыян килеүе билдәле булды. Йәйге лагерҙа рәхәтләнеп ике аҙнаға яҡын ял итеп йөрөгәндә ике ҡыҙҙың тән температуралары ҡапыл 40 градусҡа ҡәҙәр күтәрелә һәм тәндәре шешенә. 16 йәшлек ҡыҙҙың йөрәге ауырта, бөйөрө эшләмәй башлай. Икенсеһе уларҙы сысҡан тешләүен әйткәс кенә хәлгә асыҡлыҡ индерелә, ҡыҙҙарҙың үлемесле геморрагик биҙгәк йоҡтороуы иҫбатлана. Баҡтиһәң, бүлмәләрендә кимереүселәр үҙҙәрен хужаларса тойған икән. Балалар сысҡандар менән ҡуша йәшәп ятҡан.

Ебәр инде шунан балаңды ышанып лагерға
Ебәр инде шунан балаңды ышанып лагерға

Лагерға шунда уҡ Роспотребнадзор килә һәм урында сысҡандарҙың күплеген күрә. Балалар һауыҡтырыу үҙәге учредителенә 10 мең һум штраф һалына, дезинфектор компанияһына протокол төҙөлә. Лагерь биләмәһен тейешле кимәлдә эшкәртмәгән өсөн уларҙы өс айлыҡ бан йәки 20 мең һумлыҡ штраф көтә.

Улар штраф түләр ҙә ҡотолор, сәләмәтлектәре ҡаҡшаған балалар ғына һауыға алмай йонсорҙар инде...

Ебәр инде шунан балаңды ышанып лагерға

Автор:Гульдар Кадаева