АТАЙСАЛ
+15 °С
Облачно
Антитеррор
Ғәҙәттән тыш хәл
25 Июля 2022, 06:35

Бер тәүлектә биш кеше батып үлгән

Башҡортостанда бер тәүлек эсендә 5 кеше һыуға батҡан. Һәләк булыусыларҙың иң өлкәненә 63 йәш булһа, иң йәшенә 19 тулған. Уларҙың һәр ҡайһыһы махсус йыһазландырылмаған урында һыу ингән.

Бер тәүлектә биш кеше батып үлгәнБер тәүлектә биш кеше батып үлгән
Бер тәүлектә биш кеше батып үлгән

Көндәр матур, эҫе тора. Барыһы ла һыу буйында. Ҡыҙғанысҡа күрә, республикала батып үлеүселәр һаны арта бара.
Шуға күрә һыу ингәндә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен мотлаҡ үтәргә саҡырам: һыу инеү өсөн рөхсәт ителгән урындарҙы ғына файҙаланығыҙ, бер ҡасан да бәләкәй балаларҙы һыу буйында ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ, иҫерек килеш һыуға төшмәгеҙ!
Һыу хаталарҙы ғәфү итмәй, онотмайыҡ! Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ.

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас