

Йылан — тәбиғәте менән тыныс йәнлек, уның кешегә ташлана торған ғәҙәте юҡ, әммә кәүҙәһенә яңылыш баҫһаң – тешенән ҡотолоп булмаясаҡ. Башҡортостанда йыландың алты төрө бар. Туҙбаш, еҙ, сыбар йыландар ағыуһыҙ. Әммә уларҙың һәр ҡайһыһы сағырға мөмкин. Йыландан һаҡланыу өсөн урман-ҡырға резина итек кейеп сығыу отошло. Ял урыны булараҡ ҡуйы үлән араһын, ҡоро ағас төптәрен һайламау хәйерле. Был йәнлектәр кеше ҡулы теймәгән, кеше аяғы баҫмаған урындарҙы үҙ итә, шулай уҡ серегән, киҫелгән ағас төбөндә оя ҡорорға ярата. Беҙҙең төбәктә осраған ағыулы ҡара йылан ышыҡ, дымлы урындарҙы ярата. Шуға ул йорт янына эйәләшмәһен өсөн кәртә-ҡура тирәһендә бейек үлән үҫтермәҫкә, ихатала серек ағас-бүрәнә өйөмдәрен булдырмаҫҡа кәрәк. Тәбиғәткә сыҡҡанда иһә шәхси хәүефһеҙлек сараларын күреү мөһим.