АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ғәҙәттән тыш хәл
4 Апрель 2022, 20:25

ҠАЗА

Бала эҫе һыуға бешә. Үкенескә күрә, дауаханаға барып етә алмай...

ҠАЗА
ҠАЗА

Ата-әсәләрҙең, ололарҙың иғтибарһыҙлығы арҡаһында күпме баланың ғүмере ҡыйыла. Йә өҫкө ҡаттан ҡолап төшәләр, йә йыйылмаған дарыуҙарҙы ашайҙар, йә өҫтәренә шкаф ауа... Яңыраҡ баш ҡалабыҙҙа тағы ҡаҙа теркәлде.

Өфөлә 9 айлыҡ бала аш бүлмәһендә электр сәйнүгенең проводын тартып, үҙенә сәйнүктәге эҫе һыуҙы түгә. Был ваҡытта уның ата-әсәһе икенсе бүлмәлә була. Сабыйҙың ҡысҡырыуына ололар йүгереп килә һәм "Тиҙ ярҙам" саҡыра. Үкенескә күрә, дауаханаға китешләй бала йән бирә.

Әле тикшереү бара. Ғаилә хоҡуҡ һаҡлау органдарында иҫәптә тормауы билдәле.

 

Йәш ғаиләнең ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.

Уйланылмаған ҡазалар ғаиләләрҙе урап үтһен. Һаҡ булығыҙ! Сабыйҙарҙы яңғыҙ ҡалдырмағыҙ.

 

Һүрәт интернеттан.

 

Автор:Резеда Валиева