АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ғәҙәттән тыш хәл
5 Февраль 2022, 23:25

Уйламай һөйләһәң

Башҡортостанда телефон террорсыһын – бер ерҙә лә эшләмәгән 21 йәшлек егет һаҡ аҫтына алынған.

Уйламай һөйләһәң
Уйламай һөйләһәң

Мина һалыу тураһындағы шылтыратыуҙан һуң Стәрлетамаҡтағы сауҙа комплекстарының береһе ашығыс ябылды. Һатыусыларҙы ла, һатып алыусыларҙы ла эвакуацияланылар. Эшҡыуарҙар зыян күрҙе. Махсус хеҙмәттәр бинаны ентекле ҡарап сығыу өсөн ресурстарын бушҡа сарыфланы.

Тикшереү барышында шикле бер нимә лә табылмаған. Ҡулға алынған ир-егетғәйебен тулыһынса таныны. Уға биш йылға тиклем иркенән мәхрүм итеү хөкөмө янай.
*

Автор:Гульдар Кадаева