АТАЙСАЛ
+14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ғәҙәттән тыш хәл
14 Ғинуар 2022, 09:33

Тағы ла шул, сүп-сар хаҡында

Әйҙәгеҙ, бар йәһәттән тәртип урынлаштырыуҙы үҙебеҙҙән башлайыҡ әле. Үҙебеҙҙе үҙебеҙ тәрбиәләйек, балаларыбыҙҙы, йәш быуынды тәрбиәләйек. Был үтә ауыр эш, шулай ҙа тырышып ҡарайыҡ, бәлки саҡ ҡына булһа ла алға китеш булыр.  

Тағы ла шул, сүп-сар хаҡында
Тағы ла шул, сүп-сар хаҡында

       Ни тиклем генә көнбайышты яманларға тырышһаҡ та барыбер унда мәҙәниәтле халыҡ йәшәй. Шул тарафта хеҙмәт иткәс быны яҡшы беләм. Әгәр Германиялағы һөт машинаһы фермерҙың һөтөн алырға килгән икән, ул килешелгән ваҡытта, мәҫәлән сәғәт туғыҙҙа килә, бер минут та һуңламай, һәм ошо бер ҡайҙа ла яҙылмаған ҡағиҙә тайпылышһыҙ үтәлә. Бәләкәй генә хуторҙағы бер немец көнөнә өс шешә һыра эсте, һәм уны эскесегә хисаплайҙар ине. Әгәр иртәнсәк ҡый түгергә сыҡһалар йорт янында өс контейнер, береһенә тимер киҫәктәре, икенсеһенә быяла һауыттар, өсөнсөһөнә ҡағыҙ һалына. Бында ла шул тайпылышһыҙ, һис кем тарафынан контролләнмәгән талап, ҡағиҙә урын-еренә еткерелә. Биғәйбә, ситләштем, үҙебеҙҙең гөнаһлы йәшәйешкә әйләнеп ҡайтайыҡ әле.

Беҙҙең йорт янына ҡуйылған контейнерҙарҙы бына өсөнсө тапҡыр инде яғып киттеләр. Ни өсөн, кемгә ҡарышып?! Беткә үс итеп тунын яҡҡан ялҡау иҫкә килеп төштө ошо ерҙә. Хәҙер бер генә контейнер, уныһы ла ашып-ташып китә, уны ла кәйефтәре юҡтар, асыуҙарын баҫыр өсөн әллә йыға төртөп китәләр. Беҙҙең ҡый түгер урын хәҙер тәртипһеҙ өйөлгән сүп-сар донъяһын хәтерләтә. Өҫтәүенә унда асарабаҡтар аҙыҡ киҫәктәре, кәрәк-яраҡ эҙләп соҡона, ҡарап торһаң – мәшхәр инде.

Бынан бик күп йылдар элек ҡыҙыл мөйөшкә партия йыйылышы йыйырға булып киттеләр. Барһаҡ - ҡыҙыл мөйөш, торғаны менән ҡара мөйөш, иҙән йыуылмаған, унда сүп-сар, ҡаралтыны туҙан баҫҡан. Бер ҡарт коммунист килеп инде лә иҙәнгә ласылдатҡансы төкөрҙө һәм ул үҙенең был сәйер ҡылығын былайыраҡ аңлатты: “Ошо бысраҡлыҡҡа, хашшаҡлыҡҡа төкөргө килеп китте!”

Беҙҙең йорт янында уҡыу йорто. Студенттар тәнәфес араһында сығалар ҙа тәмәке борхоталар (тағы шуныһы ғәжәп, тәмәкене башлыса ҡыҙҙар тарта). Тарталар ҙа төпсөктәрен тартыныуһыҙ тирә-яҡҡа сиртәләр. Һуң шулай булмай ни, эргәлә сүп-сар вайран килеп сәсрәп ятҡанда быны ҡайҙа итһендәр инде, шулай итеп сүпкә сүмәлә өҫтәлә.

Тағы ситләшәм, йәмәғәт, Литваның Каунас ҡалаһында йыш була торғайным. Ундағыларҙың атлап китеп барышлай тәмәке тартҡандарын бер тапҡыр ҙа күрмәнем, махсус урынға баҫып тарталар ҙа төпсөктәрен, һыҙылған шырпыны ҡый һауытына һалып ары атлайҙар.

Беҙ һәр ваҡыт кемделер әрләйбеҙ, кемделер ғәйепләйбеҙ, тик беҙ генә саф, аҡыллы, гөнаһһыҙбыҙ инде?! Бәлки, шулайбыҙҙыр ҙа, әммә ни өсөн тирә-яғыбыҙҙа сүп-сар, тәртипһеҙлек, эскелек, енәйәт?

Әйҙәгеҙ, бар йәһәттән тәртип урынлаштырыуҙы үҙебеҙҙән башлайыҡ әле. Үҙебеҙҙе үҙебеҙ тәрбиәләйек, балаларыбыҙҙы, йәш быуынды тәрбиәләйек. Был үтә ауыр эш, шулай ҙа тырышып ҡарайыҡ, бәлки саҡ ҡына булһа ла алға китеш булыр.

 

  

 

 

 

 

 

Автор:Хайдар Тапаков