АТАЙСАЛ
+26 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ғәҙәттән тыш хәл
18 Ноябрь 2021, 15:30

Ялтыр боҙға ышанмағыҙ

Көҙ һәм яҙ көндәре ҡотҡарыусылар боҙ емерелеп һыуға батыусыларҙы йыш ҡотҡара. Ноябрь айында боҙ өҫтөндә йөрөү айырыуса хәүефле. Был осорҙа боҙ йоҡа. Әммә балыҡсыларҙы, үҫмерҙәрҙе һауа торошо ла, боҙҙоң туңып өлгөрөүе лә ҡыҙыҡһындырмай. Шуға күрә лә ҡотҡарыусылар халыҡ араһында аңлатыу эше алып бара, төрлө рейдтар уҙғара.

Ялтыр боҙға ышанмағыҙ
Ялтыр боҙға ышанмағыҙ

Ҡара көҙ мәлендә көндәр һыуытты, республиканың йылға-күлдәре боҙ менән ҡапланып бөттө тиергә мөмкин. Шулай ҙа уға ышанырға ярамай! Декабрь еткәнгә тиклем боҙ ҡалын түгел, ул кеше ауырлығын күтәрә алмай. ⏬Балыҡсыларға һәм балаларға айырыуса хәүеф янай. Тап улар йыш ҡына йоҡа боҙ ҡорбаны була.

--Һауа температураһының түбәнәйеүенә бәйле күлдәрҙең, быуаларҙың, һыу ятҡылыҡтары туңды. Йыл һайын йоҡа боҙ кешеләрҙең үлеменә сәбәпсе була. Ошо осорҙа күптәр боҙҙоң ҡалынлығын аңлап етмәй, йыш ҡына боҙ ишелеп китеп, һыу төбәнә китә. Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәгәндә бәхетһеҙ осраҡтарға юл ҡуймаҫҡа мөмкин. Ҡалынлығы 10-12 сантиметрҙан кәм булмаған боҙ кеше өсөн хәүефһеҙ тип һанала. Аяҡ аҫтында боҙ шытырлай башлаһа, шунда уҡ хәүефле урындан китергә, айырыуса ҙур ҡурҡыныс янаған осраҡта боҙға ятып, кире йүнәлештә шыуышырға кәрәк, --ти Сибай ҡалаһының граждандарҙы яҡлау идаралығы ҡотҡарыусыһы Денис Татлыбаев.

Балыҡсылар башлыса өлкән кешеләр, улар нимә эшләгәндәрен белә. Ә бына балаларға ҡышҡы хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен даими аңлатырға кәрәк.  Әлеге ваҡытта һыу ятҡылыҡтарында боҙ йоҡа, шуға ла уға йылға, күлдәргә төшмәҫкә кәрәк; боҙҙоң ҡалынлығын белер өсөн тибергә ярамай;  боҙҙа һикереү тыйыла.

Был кәңәштәргә өлкәндәр ҙә ҡолаҡ һалһын ине. Башҡа хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен дә иҫтә тотоу зарур: балыҡҡа яңғыҙ йөрөмәгеҙ; боҙҙа һәр аҙымығыҙҙы осло башлы таяҡ менән тикшерегеҙ, ләкин алдығыҙҙағы боҙға һуҡмағыҙ, иң яҡшыһы – ситкә һуғыу;

башҡа балыҡсыларға өс метрҙан да яҡыныраҡ килеү тыйыла; боҙға ҡуша туңған ағас төптәренә, ылымыҡтарға яҡын бармағыҙ; мәкенән һыу фонтан кеүек урғыла башлаһа, хәүефле урындан тиҙ генә китергә кәрәк; страховка һәм ҡотҡарыу сараларының -- ауыр йөк эленгән бау йәки киң таҡта булыуы мотлаҡ; балыҡ тотҡанда иҫерткес эсемлектәр ҡулланырға ярамай.

***

Автор:Гульдар Кадаева