Төҙөлөш материалдары һатылған магазинға Роспотребнадзор, полиция, ҡала хакимиәте вәкилдәренән торған комиссия алдан хәбәр итмәй барҙы. Ковид-19-ҙан һаҡланыу саралары бында тейешле кимәлдә ҡулланылмауы асыҡланды. Бинаға ингән урында битлектәр, бирсәткәләр таратыла, ә термометрия үткәрелмәй.
Эре сауҙа нөктәләренән тыш комиссия ҙур булмаған ойошмаларҙы ла тикшерҙе. Сикләүҙәрҙе боҙоуҙар күҙәтелмәй, ҡулланыусылар ҙа, хеҙмәткәрҙәр ҙә һаҡланыу сараларын күрә. Социаль арауыҡ тотола, антисептар ҡулланыла, бина эсе йыйыштырыла.
Быға ҡәҙәр ҙә комиссия булып киткән сауҙа үҙәгендә етешһеҙлектәрҙе бөтөрөлөүен тикшерҙе. Әммә уларҙың һаман был тәңгәлдә эшләп еткермәүе асыҡланды. Киҫәтеүҙәр эҙемтәләре бөтөрөлмәһә, предприятие эшмәкәрлеген 90 көнгә ҡәҙәр туҡтатып тороу кеүек яза ла ҡулланылыуы ихтимал
Комиссия ҡаланың иң эре сауҙа үҙәгендә лә эшләне. Бында барлыҡ һаҡланыу саралары теүәл үтәлә. Әммә ингән ерҙә гаждеттар ярҙамында куар-код сканерлай алмайҙар. Комиссия ағзалары сикләүҙәрҙе тикшереүселәргә был тәңгәлдә эшләргә өйрәтте.
-- Рейдтарҙың маҡсаты—профилактика сараларын онота башлаусыларға, битлек кейеү, социаль арауыҡ, термометрия, ҡайһы бер учреждениеларҙа мотлаҡ QR-код тикшереү кеүек хәүефһеҙлек сараларын иҫкәртеү. Һаҡланыу сараларын теүәл үтәргә өйрәнергә кәрәк, юғиһә беҙ вирусты еңә алмаясаҡбыҙ. Урында йәшәүселәрҙең күпселек өлөшө вакцина яһатһа, ауырыу сигенеренә ышаныс арта. Бөтә ерҙә лә комиссия ағзаларын аңлап ҡабул итәләр, Роспотребнадзор белгестәре эшләгән киҫәтеүҙәр буйынса эҙемтәләрҙе бөтөрәләр, QR-кодтарҙы сканирлауҙы яҡшы ойоштороу буйынса кәңәштәр һорашалар. Күптәр, ни өсөн коронавирусҡа ҡаршы икенсе пакет хәүефһеҙлек саралары тик сауҙа үҙәктәренә генә ҡағыла, ә магазиндарға түгел тип һораша. Яуап ябай: сауҙа үҙәктәрендә кеше бер нисә бүлектә әйберҙәр, аҙыҡ-түлек һатып ала, унда ваҡытын күберәк уҙғарғанға ла сир йоҡтороу хәүефе ҙурыраҡ,-- тине рейд һуңында Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы Рөстәм Афзалов.
Ҡағиҙәләр барыбыҙҙан да етди ҡараш, тәртип, сабырлыҡ талап итә, тик әлегә уларға ҡарата әҙерлек тә, мөнәсәбәт тә төрлөсә икәнлеген сираттағы рейд ваҡытында күренде.