Бөтә яңылыҡтар
Ғәҙәттән тыш хәл
7 Август 2021, 10:00

10 секунд етә

Һыу аҫтында 5 минут ҡына булыу ҙа кеше мейеһенә кире ҡайтарып булмай торған үҙгәрештәр индерә. Батыу өсөн 10 сенкунд ваҡыт та етә. Дауамы сайтта.

10 секунд етә
10 секунд етә

Август башында ғына республикала 4 кеше, шул иҫәптән 1 үҫмер батып үлгән. Бирск ҡалаһында Ағиҙел йылғаһында 15 йәшлек малай, Өфөлә 39 йәшлек ир бәләгә тарыған. Ул эскән килеш һыуға төшкән һәм ярҙан алыҫҡа йөҙөп китеп бергә ял иткән дуҫтарының күҙ алдында һыу төбөнә киткән. Уның мәйете ярҙан 15 метр алыҫтыҡтан сығарылған.

Шишмә районының Ҡалмаш һыу һаҡлағысында 22 йәшлек егет һәләк булған. Өфөнөң Максимовка күлендә 21 йәшлек егеттең кәүҙәһен водолаздар һаман эҙләй.

Йыл башынан Башҡортостанда рәсми белешмәләр буйынса 81 кеше, шул иҫәптән 12 бала һыу төбөнә киткән.

Сибай ҡалаһы халҡы йәйге селлә эҫелегенән пляжда һыу инеп үткәрә. Шуға ла ялдың, сынығыуҙың бер төрө булған һыу инеү хәүефһеҙлеге көнүҙәк мәсьәлә булып ҡала.

 

Халыҡ араһында кеше ҡысҡырып ярҙам һорап, әйләнә тирәләгеләрҙең иғтибарын йәлеп итеп бата тигән яңылыш фекер йәшәй. Ысынында иһә, һыу төбөнә китеүселәр кеше булмаған урында һыу ингән, йә булмаһа күмәк халыҡ булған ерҙән алыҫта йөҙөп йөрөгән булып сыға. Батыусылар башлыса көстәрен ярҙам һорауға түгел, нисек тә һыу өҫтөнә ҡалҡып сығыуға йүнәлтә. Улар бер урында сәбәләнә, вертикаль рәүештә ҡалып ситкә йөҙөп китә алмай, был ваҡытта ҡулдары ғына хәрәкәт итә. Ҡыҙғанысҡа күрә, балалар йыш батып үлә. Статистик мәғлүмәттәргә ҡарағанда 14 йәшкәсә үҫмерҙәр араһындағы үлем осраҡтарының иң күбе һыуҙа һәләк булған. Көслө ағым, йөҙә белмәү, йәки ҡапыл хафаға ҡалыу йылға, күл төбөнә китеүгә сәбәп була. Һыу аҫтында 5 минут ҡына булыу ҙа кеше мейеһенә кире ҡайтарып булмай торған үҙгәрештәр индерә. Батыу өсөн 10 сенкунд ваҡыт та етә.
--Иң беренсе сиратта йөҙөү өсөн ҡулайлаштырылмаған урында һыу инмәгеҙ. Алкоголле эсемлек ҡулланған һуң да йылға, күлгә яҡын бармағыҙ. Эҫеләнеп һалҡын һыуға ҡапыл төшөү ҙә тәнде ҡороштора. Һыу ингәндә күрһәтелгән биләмәнән алыҫ йөҙөп китмәҫкә. Шулай уҡ бер ярҙан икенсеһенә йөҙөп сығыу теләге булғанда хәлеңде самаларға кәрәк, -- ти ҡаланың 45-се янғын-ҡотҡарыу часы начальнигы Радмир Батталов.

Сибайҙа бөтә уңайлыҡтары булған пляж булыуға ҡарамаҫтан, күптәр ярамаған урында һыу инеүҙе хуп күрә. Үҫмерҙәрҙе бейек трамплиндан һыуға ырғыу ҡыҙыҡтыра. Бындай урындар ҙа хәүеф тыуҙыра. Йылға, күлгә ырғып төшкәс аяҡтарҙың тәрән һыу төбөнә терәлмәүе, йә булмаһа унда берәй нәмәгә эләгеүе лә һәләкәткә илтеүе ихтимал. Өлкәндәр балаларына һыу буйында ял итеү, йөҙөү ҡағиҙәләрен даими иҫкәртеп торорға тейеш. Пляжда иһә уларҙан күҙ яҙлыҡтырмау зарур.

Быйыл һыу инеү миҙгеле лә ғәҙәттән тыш хәлдәрһеҙ үтмәне: Сибай ҡалаһының Төйәләҫ йылғаһында бер кеше һыуға батып һәләк булды.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Гульдар Кадаева