АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ғәҙәттән тыш хәл
27 Июль 2021, 12:00

Балыҡтарға килгән үләт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ йылғаһына артабан үрсетеү һәм йылға төбөн таҙартыу маҡсатында 7 меңдән ашыу балыҡ йотҡолары ебәрелгәйне. Ҡыҙғанысҡа күрә, балыҡтарҙың бер өлөшө үлеп, яр буйҙарын, һыу өҫтөн ҡаплап алды.

Балыҡтарға килгән үләт
Балыҡтарға килгән үләт

Йылға буйына ял итергә барыусылар һыу өҫтөнә ҡалҡып сыҡҡан үле балыҡтарҙы фотоға төшөрөп социаль селтәрҙәрҙе тултырҙы. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: 21 июлдән 22 июлгә ҡараған төндө Төйәләҫ йылғаһына аҡ амур һәм толстолобик балыҡтары селбәрәләре ебәрелде. Йылғаға ошо рәүешле өсөнсө йыл рәттән йотҡолар алып киленеүе ят күренеш түгел. Бындай эш һыу ресурсының экологик балансын яҡшыртыу өсөн эшләнә. Балыҡ “Шифа” лагеры биләмәһендә һыуға ебәрелгәйне. Шуға ла шул тарафтарҙа һыу өҫтө, яр үле балыҡ менән ҡапланды ла инде. Кешеләр шундуҡ һыуҙың сифаты тейешле кимәлдә булмағанлыҡтан балыҡтар күпләп үлеүен һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Гигиена һәм эпидемиология үҙәге белгестәре һыуҙың сифаты тейешле кимәлдә булыуын белгертә. Улар ай һайын һыуҙы тикшереп тора, ул санитар нормаларға тап килә.

Тимәк, эш бөтөнләй һыуҙың сифатында түгел. Балыҡ йотҡоларының үлеменә уларҙы алып килгән мәлдә аномаль эҫелек, йылғала кислородтың аҙ булыуы сәбәпсе булған. Ҡаланың торлаҡ-коммуналь хужалығы эшселәре һыу буйҙарын, эсен үлек балыҡтан таҙартыу менән мәшғүл. Күрелгән зыяндың суммаһы ла иҫәпләнә.

Экологтар әйтеүенсә, һыуҙа кислородтың аҙ булыуы Сибай йылғаһында ғына түгел, бөтә төбәктәрҙә лә күҙәтелә.

Автор:Гульдар Кадаева