Бөтә яңылыҡтар
Ғәҙәттән тыш хәл
21 Июль 2021, 19:30

Айыу ташланған

Хәйбулла районында йәшәүсе ҡатын ейәне менән сейә йыйырға урманға барған була.

Айыу ташланған
Айыу ташланған

Яҡташтары хәбәр итеүенсә, Хәйбулла районында йәшәүсе ҡатын ейәне менән урманға сейә йыйырға бара. Биҙрәһе тула биргәс, ҡайтырға була, әммә сейәлек күреп тултырып ҡуйырға уйлай. Ейәнен ҡалдырып, сейәлеккә үтә. Шул саҡ айыу килеп сыға ла инде. Әйтеүҙәренсә, ейәне бәләкәй булһа ла, сос булып сыға, юлға йүгерә. Машиналы кешеләр ярҙамға килә. Айыуҙан зыян күргән ҡатынды дауаханаға илтәләр.

Бәлә аяҡ аҫтында ғына шул. Бик һаҡ булығыҙ!

Зыян күргән ҡатынға ныҡлы һаулыҡ, йүнәлеп яҡындары янына имен-һау ҡайтыуын теләйбеҙ.

 

Фото интернеттағы ирекле сығанаҡтан.

Автор:Резеда Валиева