Бөтә яңылыҡтар
Ғәҙәттән тыш хәл
1 Июнь 2021, 16:35

Йәшәргә кәрәк, йәшәргә!

…Беләһегеҙме, мин кешенең йәне ысынлап та барҙыр, тип уйлайым. Башым менән ныҡ бәрелеп, иҫемде юғалтҡанмын, тигәйнем бит инде. Шунан күрәм инде үҙемде өҫтән. Ысын. Үҙемдең ятҡанымды күрҙем. Көн шул тиклем матур, ҡояшлы. Бөтә тирә-яҡ матур. Ә кешеләр әйтә: “Ҡан. Ҡойо, шундай бысраҡ”,--тип. Ә мин улайтып күрмәнем. Ҡатын-ҡыҙҙың йәне барыбер матурлыҡҡа ынтылалыр инде. Таштар араһында ятам бит инде. Мин үҙемә ҡараным да, былай арыу ғынамын икән, тип уйланым. Эргә-тирәләге үләндәр йомшаҡ ҡына, тере генәләр. Ағастар ҙа тере. Эргәлә ятҡан таштар ҙа нисектер тере. Улар йомарланып, нишләптер йоҡларға ятырға иттеләр.

Журналист Юлай Мәҡсүтовтың (мәрхүм инде) "Аяҡтарым юлда, күңелем һеҙҙә, баймаҡтар!" исемле китабына уның күп кенә мәҡәләләре тупланған. 2014 йылда яҙылған мәҡәләһенән өҙөк килтерәбеҙ. Ҡыҫҡартып алдыҡ.

Үҙебеҙ яҙған яҙмыш
…Ғүмер ҡәләм менән бер –уны матур осларға кәрәк, тиҙәр. Был бигерәк тә беҙгә, ҡәләм тирбәтеүсе журналист халҡына, нығыраҡ ҡағылалыр. Үҙебеҙҙең яҙған мәҡәләләребеҙҙә башҡаларҙы нисек йәшәргә, ниҙер эшләргә, ҡаршылыҡтарҙы, ауырлыҡтарҙы нисек еңеп сығырға, нисек бәхетле булырға өйрәтеп, аҡыл һатыу ғына аҙ, иң элек үҙебеҙ үрнәк күрһәтеп, үҙебеҙ өгөтләгәнсә матур йәшәргә, идеяларға, хылдарыбыҙға хыянат итмәҫкә, халҡыбыҙға тоғро хеҙмәт итергә, хатта әжәл менән осрашҡанда ла, ҡурҡмай, уның алдында теҙләнмәй, яһил күҙҙәренә ғорур рәүештә тура ҡарарға тейешбеҙҙер. Һәр журналист үҙ яҙмышын ғәҙәттә үҙе яҙа. Яҡшы яҙылған яҙмыш иң мауыҡтырғыс романдарыңдан да тормошсаныраҡ, фәһемлерәк, күңел яҡыныраҡ була йыш ҡына.
Ғөмүмән, редакция йомошо буйынса юл йөрөгәндә, ниҙәр генә күрергә һәм ниҙәр генә кисерергә тура килмәй беҙҙең ҡәләмдәштәребеҙгә. Ябай ғына хәбәр йәки ваҡиға тураһында яҙыр өсөн дә уларға ҡай саҡта ысын мәғәнәһендә йәһәннәмдәр аша артылып, утты, һыуҙы үтергә тура килә. Хәйер, бәлә-ҡаза бит әҙәм балаһын һис айырып тормай: хәбәрсене лә, шулай уҡ ябай кешене лә берҙәй аңдып, аяҡ аҫтында ғына көтөп, һағалап ята…
Был хәл бынан йыл ярым элек булды. Баймаҡ районында мәғариф хеҙмәткәрҙәренең республика август кәңәшмәһе башланыр көн ине. Әмәлгә тура килтереп, яңы һалынған Темәс-Билал-Ҡырҙас асфальт юлын файҙаланыуға тапшырыу тантанаһын уҙғарыу ҙа ҡаралғайны, “Һаҡмар” район гәзите журналистары Сәлимә Кейекбирҙина, Хәмдиә Искаковалар менән бергә уларҙың редакцияһының “Волга”һында тантана урынына Баймаҡ һәм Әбйәлил райондары сигендәге трассаға юлландыҡ.
Көн болотло, ямғырлы. Ара-тирә ҡойоп ямғыр яуып үтә лә, бер аҙ аяҙытып, ҡуйы болоттар араһынан ғәйепле кешеләй ҡояш йылмайып сыҡҡылай. Ашығабыҙ. Асфальт юл яңыраҡ ҡына һалыныуға ҡарамаҫтан, ашыҡ-бошоҡ ҡына эшләнгәнгәмелер, урыны-урыны менән ҡаты итеп һелкетеп ала. Юл ситенән һаҡлыҡ бағаналары, трос-рельстары ла ҡуйылмаған исмаһам. Остоң, киттең, бөттөң…
Машинала бишәү барабыҙ. Шофер Фаил. Уны тәүгә күреүем. “Һаҡмар” гәзитенең фотохәбәрсеһе Хәмдиә Искакова яҡшы таныш. Үҙем дә фото төшөргәнлектән, Хәмдиә апайҙың район гәзитендә баҫылған эштәре менән даими ҡыҙыҡһынып барам. Сәлимә Кейекбирҙина “һаҡмар”ға 2001 йылдың йәйендә эшкә килгәйне.
Юлға сығыр алдынан ғына “Һаҡмар”ҙың мөхәррире Илһам Йәндәүләтов, Сәлимәне маҡтап:
--Яҡшы ғына эшләп йөрөй. Ҡушылған эште оператив рәүештә ваҡытында үтәй, --тип телгә алғайны.—Үҙенең инициативаһы буйынса ла байтаҡ эштәр башҡара. Характеры—аралашыусан. Кешенең йөрәк серен уртаҡлашып, эс-бауырына инеп китерлек һәләткә эйә. Һәр ваҡыт ихлас һөйләшә. Бошоноп, берәй нәмәгә янып-көйгәнен һис күрмәҫһең, һәр ваҡыт йылмайып йөрөй.
Мөхәррире белмәй әйтмәгән икән. Алсаҡ күңелле Сәлимә әле лә төрлө ҡыҙыҡ хәлдәр тураһында һөйләп, оҙон юлды ҡыҫҡартып, беҙҙең менән машинала бергә барған ҡунаҡ ҡыҙы--әхирәте Ләйсән менән көлөшөп, барыһының да күңелен күтәреп килә. Ниһайәт, Баймаҡ-Әбйәлил сигенә лә еттек. Ике районды тоташтырған асфальт юлды асыу тантанаһына ваҡытында өлгөрҙөк.
--Кире ҡайтҡан саҡта мине көтөп тормағыҙ,--тинем юлдаштарым менән алдан уҡ хушлашып.—Мин тороп ҡалам. Әбйәлил юл төҙөүселәре тураһында мәҡәлә яҙаһым бар. Сибайға үҙем ҡайтырмын…
Сәлимәнең һөйләгәне
“Юлды асыу тантанаһына килгән делегацияны ҡаршы алдыҡ. Фотоға төшөрҙөк. Ҡараныҡ. Һөйләгәндәрен яҙып алдыҡ. Шунан һуң бөтә кешеләр ыңғайына машиналарға ултырып, ҡайтып киттек. Беҙ Өфөнән килгән делегациянан ҡалмай, көнө буйы уларҙың артынан йөрөргә тейеш инек. Делегация һәйбәт машиналарҙа шәп итеп йөрөгәс, уларҙан ҡалып ҡуймайыҡ тип, беҙ ҙә ныҡ ҡабаландыҡ. Өмөтбай ауылы янындағы Әүлиә тауы итәгенән юл буйлап килгәндә, алдағы ике “Волга”ны ҡыуып уҙырға иттек. Беҙ обгонға киткәс, алда барған 606-сы һанлы аҡ “Волга” ҡаршыбыҙға сыҡты. Беҙҙең хакимиәттең машинаһы, тип уйланым. Төҙөлөш, газификация буйынса урынбаҫарҙың машинаһы ине. Иҡтисад йүнәлеше буйынса эшләгәс, беҙ ул “Волга”ға ултырып йөрөгәнебеҙ бар. Шул машинаға төкөлмәйбеҙ тип, бейек юлдан ҡолағанбыҙ. Мин водителдең креслоһы артында ултыра инем. Машнабыҙ ныҡ һеңкей башлағайны, мин, хәҙер кресло төшһә, аяғым һыныр тип ныҡ ҡурҡтым да, аяҡты аҫтан өҫкә алып, ҡосаҡлағанмын…Ҡабырғаларым һынып, үпкәмә “ғыжт” итеп инеп киткән тойғоно һаман дә иҫләйем. Минең күп ерем йәрәхәтләнгән булған. Башым менән ҡаты бәрелеп, иҫтән яҙғанмын…
…Беләһегеҙме, мин кешенең йәне ысынлап та барҙыр, тип уйлайым. Башым менән ныҡ бәрелеп, иҫемде юғалтҡанмын, тигәйнем бит инде. Шунан күрәм инде үҙемде өҫтән. Ысын. Үҙемдең ятҡанымды күрҙем. Көн шул тиклем матур, ҡояшлы. Бөтә тирә-яҡ матур. Ә кешеләр әйтә: “Ҡан. Ҡойо, шундай бысраҡ”,--тип. Ә мин улайтып күрмәнем. Ҡатын-ҡыҙҙың йәне барыбер матурлыҡҡа ынтылалыр инде. Таштар араһында ятам бит инде. Мин үҙемә ҡараным да, былай арыу ғынамын икән, тип уйланым. Эргә-тирәләге үләндәр йомшаҡ ҡына, тере генәләр. Ағастар ҙа тере. Эргәлә ятҡан таштар ҙа нисектер тере. Улар йомарланып, нишләптер йоҡларға ятырға иттеләр. Кешеләрҙең дә барыһын да таныйым. Миңә табан баш врач йүгереп килде, уны таныным. Мин уны Әминев, тип уйланым. Ул миңә укол һалды. Беҙҙең район мәҙәниәт идаралығы начальнигы Фәтиха апай ҙа бар ҙа инде, уны күрҙем. Алһыу төҫтәге костюм кейгәйне. Уның костюмы ла шундай матур икән, тим. Бына шундай уйҙар, ғәләмәт аптырайым инде. Үҙеңдең уйың менән үҙеңдән сығып китәһең икән… Мирзаны (ире—редакция) күрҙем. Йүгереп, костюмы елпелдәп төшөп килә ине. Уның тауышын ишеттем: “Тереме?”--тип һораны. Фәтиха апай: “Тере. Тыныслан”,--тине. Мирзаға әйләнеп ҡараным. Шулай әйләнеп ҡарап була икән. Мирзаға ҡарағайным, уның йөҙөн дә күрмәнем, күҙен генә күрҙем. Шундай ике ҙур күҙ ине. Ҡараным да ҡурҡтым. Шунан иҫемә килгәнмен. Мирза эргәмә килеп еткәс: “Мирза”,--тип әйткәнмен.
Шунан һуң бер килге иҫем юйылған да, тағы осоп киткән һымаҡ булдым. Күрәм инде: мине каталка һымаҡ носилкаға һала башланылар. Мине алып китеп баралар, мир арттарынын өлгөрә алмайым. Үҙемсә, йүгерәм инде! Ул нисек йүгергәнмендер, белмәйем. Ҡабаланам. “Ашығыс ярҙам” машинаһына барып етһәм, тороп ҡаласаҡмын. Ныҡ итеп ҡабаландым, тирләп-бешеп бөткән һымаҡ булдым. “Ашығыс ярҙам” машинаһының артҡы ишеген астылар ҙа, врачтар йүгереп-йүгереп инделәр. Ҡулдарына капельница тотҡандар, унда тағы берәүһе нимәлер күтәргән. Шундай ығы-зығы инде. Мирзаны машинаға алдылар. Шунан “Ашығыс ярҙам” машинаһына нисек тә барып етеп, эскә инеп өлгөргәйнем генә, машина ишеген ябып, китеп тә барҙы, ҡабаланып. Ни булһа ла, инеп ҡалдым инде шулай “скорый”ға. Шул тойғоно иҫләһәм, хәҙер ҙә йәнемә ғәләмәт рәхәт булып китә…
Бында, дауаханаға килтергәстәр, кешеләрҙе танығанмын, һөйләшкәнмен. Уныһын кешеләр әйтә, мин үҙем белмәйем. Мирзаның өлкән апаһы Алһыу Аҡбулатова реанимацияла анестезиолог булып эшләй. Алһыу апай беҙҙе ҡаршылаған. Уға ла: “Алһыу апай, минең үлгем килмәй”,--тигәнмен. Иҫләмәйем инде…Күҙ алдымда һәр ваҡыт малайым ғына торҙо. Мәктәпкә китеп бара, имеш. Ҡулына сәскә тотоп алған, атлаған һайын бер тажы төшөп ҡала бара…Беренсе тапҡыр мәктәпкә барырға йөрөй ине бит. Август айы. Ваҡыт аҙ ғына ҡалғайны. Шуны уйлап, ныҡ көйөнөп йөрөгән мәлем булғандыр.
Операциянан һуң, реанимация бүлегенә әсәйем инеп торған. Әсәйемдең тауышын ишеттем. Врачтар уға: “Беҙ ҡулыбыҙҙан килгәндең барыһын да эшләнек, ҡыҙығыҙ йәшәрме-юҡмы—уныһын әйтә алмайбыҙ, хәҙер бөтәһе лә өҫтән тора”,--тигәндәр. Башҡаһын иҫләмәйем…”
“Йәшәргә кәрәк, йәшәргә!”

Сәлимәнең хәле, ысынлап та, ҡыл өҫтөндә генә була. “Ярты сәғәткә һуңлаһа, ул үлер ине”,--тигәндәр врачтар. Ҡабырғалары һынған. Дүртәүһе һынып, үпкәһенә инеп киткән, йөрәгенә етергә 4 миллиметр ғына ҡалған. Йөрәктән сыҡҡан, ҙур аортаһы ҡырҡылған. Ҡанын бик күп юғалтҡан. Башҡа йәрәхәттәре лә байтаҡ булған. Сәлимәне ҡотҡарыр өсөн Баймаҡ врачтары барыһын да эшләгән. Ҡан етмәгәс, “Һаҡмар” гәзите редакцияһынан, ҡаланың төрлө ойшма һәм предприятиеларынан 22 кеше ҡан тапшырып, ярҙам иткән. Кешелә барлығы 5 литр самаһы ҡан булһа, Сәлимәгә 4 литрға яҡын ҡан ҡойғандар.
--Бер заман үлеп барам, --тип һөйләй Сәлимә үҙе.—Шул хәтлем хәлем юҡ. Операциянан һуң көн һайын консилиум. Врачтар мине иҫендә түгел, тип уйлай бит. Башым менән ҡаты һуғылғанлыҡтан, ете ҡат мейенең өсәүһе йәбешкән булған. Врачтар әсәйемдәргә: “Ҡыҙығыҙ иҫенә килер-килеүен, парализовать итмәһә, бәлки , тороп та китер, әммә “былайыраҡ” булып ҡалыуы бар”,--тип әйттеләр. Мин шуны ишетеп яттым. Йәшмен бит әле, улайтып ятҡым килмәй. Үҙем: “Йәки йәшәргә, йәки үлергә кәрәк”—тип уйланым. Шунан үҙемә: “Йәшәргә кәрәк”,--тигән маҡсат ҡуйҙым. Ауыртыуҙарға түҙеп, өндәшмәй, ҡысҡырмай, уколдан уколға тиклем түҙеп ятырға тырышам. Кешенең йәшертен көстәре күп икән. Аварияға тиклем ел өрһә лә сөскөрөп, мин үҙемде ныҡ көсһөҙ икәнмен, тип уйлай торғайным. Кеше көслө икән ул!
Эйе, Сәлимә барлыҡ ихтыяр көсөн туплап, врачтар һәм туғандары, дуҫ-иштәре ярҙамында әжәлде еңеп сыға. Авариянан һуң өсөнсө көндә иҫенә килә, 10 көндән тороп, үҙе яйлап атлап йөрөй башлай, 22 көндән дауахананан өйөнә ҡайтып китә…
Юлай Мәҡсүтов.
13 ғинуар, 2004 йыл.