Бөтә яңылыҡтар
Ғәҙәттән тыш хәл
15 Май 2021, 23:20

УРМАНҒА БАРМА...

Баймаҡ районында урманға барырға ярамай...

Баймаҡ районында урманға барырға ярамай...
Төбәктә ебәк күбәләк таралыу ҡурҡынысы янау сәбәпле, Урман хужалығы министрлығы тарафынан районда 20 майҙан 25 июнгә тиклем эшкәртеү уҙғарыла. Был бигерәк тә ауыл хужалығы продукцияһы етештереүселәр һәм умартасылар өсөн көнүҙәк. Район халҡына 20 майҙан 25 июнгә тиклем (эшкәртеү эше тамамланғансы) урманға бармай тороу хәйерле.
Ебәк күбәләккә ҡаршы көрәш комплекслы алып барылырға тейеш. Ҡаршылауыҡтар бер миҙгелдә йәш ағастарҙы күпләп юҡҡа сығара, үҫемлектәрҙең уңышын кәметә.
Күбәләктәрҙең йомортҡа һалған урынын ҡул менән дә юҡ итергә, яғырға мөмкин. Был урынға тағараҡтар элеп, кәкүк, тумыртҡа һәм башҡа ҡоштарҙы йәлеп итергә була. Яҙын, йәғни мартта ағас олондарын эзбиз менән аҡлау ҙа ярҙам итә. Күреүегеҙсә, урманда быларҙы башҡарыу мөмкин түгел, сөнки майҙан ҙур. Ә был күбәләк бер һалғанда 300 йомортҡа һала. Тимәк, химик эшкәртеү мөһим.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: уҙған йыл Хәйбулла, Йылайыр, Ейәнсура райондарында ағастар ошо күбәләк арҡаһында яланғас ҡалғайны. Быйыл да ошо ҡурҡыныс янай. Шуға ла республика Башлығының 2021 йылдың 12 майҙағы бойороғона ярашлы, Баймаҡ, Йылайыр, Ейәнсура, Күгәрсен, Хәйбулла райондарында “Ғәҙәттән тыш хәл” режимы индерелде.