Ҡайҙа ҡарама күңелһеҙ, ҡот осмалы хәбәр. Бөгөн Татарстандың баш ҡалаһында ике ир-егет ҡорал менән 175-се гимназияға инә. 19 йәшлек Илназ һаҡсыны, техничканы үлтерә, унан уҡытыусыларға ташлана. Артабан коридорҙағы уҡыусыларға ата. Унан инде бинала шартлау яңғырай.
Илназ тотолған. Ул ошо уҡ мәктәпте тамамлаған. Гимназияла уҡығанда уҡ уҡытыусылар менән мөнәсәбәте яҡшынан булмай.
Атышта 11 кеше үлгән. Уларҙың икәүһе тәҙрәнән һикергән саҡта һәләк була. 32 кеше тән йәрәхәттәре алған. 5 кеше реанимацияла.
Ҡорал менән инеүсе икенсе кеше лә ҡулға алынған.
Ошо ҡот осмалы хәлдән һуң, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров мәктәптәрҙә хәүефһеҙлек сараһын көсәйтергә ҡушты һәм күрше республикала йәшәүселәрҙең ҡайғыһын уртаҡлашып, ауыр хәлгә тарыған ғаиләләрҙе бушлай реабилитация үтергә Башҡортостан шифаханаларына саҡырҙы.
Ҡасандыр беҙ уҡытыусыға Аллаһҡа ҡарағандай ҡарай инек, уның һәр һүҙе закон булды, ихтирам иттек… Улар иң абруйлы кешеләр булды, әле лә уҡытыусыларыбыҙҙы оло хөрмәт менән телгә алабыҙ.
Бөгөн ниңә иң изге һөнәр эйәләре дошманға әүерелде әле ул?