Бөтә яңылыҡтар
Ғәҙәттән тыш хәл
15 Апрель 2021, 14:30

Балаларығыҙҙы һаҡлағыҙ!

13 апрелдә 17.40 сәғәттә Сибай эске эштәр бүлегенә хәбәр килә. К.Цеткин урамында 1985 йәшлек водитель 10 йәшлек ҡыҙ балаға төкөй...

Көн йылыныу менән урамда йә самокатта, йә велосипедта, йә роликтарҙа йөрөүсе балалар күбәйә. Был үҙенә күрә хәүеф тә. Сөнки балалар шәп барып автомобиль юлына ла сығып китә, йән-яғына ҡарап та тормай хатта.
13 апрелдә 17.40 сәғәттә Сибай эске эштәр бүлегенә хәбәр килә. К.Цеткин урамында 1985 йыллыҡ водитель 10 йәшлек ҡыҙ балаға төкөй. Ҡыҙ төрлө тән йәрәхәттәре менән дауаханаға оҙатылған.
14 апрелдә велосипедта йөрөүсе 10 йәшлек балаға Пархоменко урамында Шевроле Авео автомобилендә килеп бәреләләр. Ярай әле, ныҡ төкөп өлгөрмәй, бала йәрәхәт алмаған.
Күп тә үтмәй тағы бер балаға “Тиҙ ярҙам” саҡыртылған.
Хөрмәтле ата-әсәләр! Балаларығыҙға юлда йөрөргә ярамағанлығын аңлатығыҙ! Ҡала урамдарында велосипедта 14 йәштән ололарға ғына рөхсәт ителә. Ә 7-14 йәшлектәр тротуарҙа, йәйәүлеләр зонаһында ғына йөрөргә тейеш.
Балағыҙ юл хәрәкәт ваҡиғаһына тарыһа, тулыһынса үҙегеҙ яуап бирәһегеҙ.