АТАЙСАЛ
+14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ғәҙәттән тыш хәл
12 Апрель 2021, 19:55

Ҡарҙар ирей, һыу таша

19 йортто һыу баҫҡан...

12 апрелдә Инйәр йылғаһы ҡапыл ташҡан. Республика Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтендә белдереүҙәренсә, Белорет районы Асы ауылында 19 йортто һыу баҫҡан.
«Урындағы хакимиәт көсө менән халыҡты эвакуациялайҙар. Халыҡҡа ярҙам күрһәтеү һәм именлекте тәьмин итеү өсөн урынға тиҙ арала ҡотҡарыусылар юлланған», — тиелә ведомствоның оператив хәбәрендә.
Ҡотҡарыусылар пилотһыҙ осоусы аппарат менән биләмәне тикшереп сыҡҡан.
Бынан алда «Башинформ» Салауат районы Сулпан ауылында йәшәүселәрҙе эвакуациялауҙары тураһында хәбәр иткәйне. Ауыл янында боҙ тығыны күҙәтелә. Һыуҙың артыуы дауам итә.
Башинформ