Бөтә яңылыҡтар
Ғәҙәттән тыш хәл
7 Апрель 2021, 10:55

Иҫереге түгел, айығы төкөгән

Кем ғәйепкә тарттырыласаҡ?

6 апрель көндөҙгө 12.30 сәғәттә Сибай ҡалаһының Матросов һәм Пушкин урамдары киҫешкән ерҙә, ГАЗ маркалы машина менән идара итеүсе Силәбе ҡалаһы кешеһе боролошта ҡаршы юлға сығыу сәбәпле, ВАЗ 2108 маркалы машинаға барып бәрелә. Унда иһә иҫерек килеш Сибай кешеһе ултырған була. Быға тиклем эскән килеш машина менән идара иткән өсөн административ яуаплылыҡҡа ла тарттырылған граждан икәнлеге лә асыҡланған.
Шулай итеп, айыҡ водитель үҙ машинаһында иҫерек водитель автомобиленә төкөй. ВАЗ 2108 пассажиры йәрәхәтләнгән, ҡабырғалары һынған. Әле дауаханала.
Автоһәләкәт арҡаһында инспекторҙарға килеп тотолған иҫерек водителгә енәйәт эше лә асыла (ҡабатлап талаптарҙы боҙған өсөн).
Әйткәндәй, был юлда быға ҡәҙәр бер авария ла теркәлмәгән, юл киң. Күрәһең, ситтән килеүсе кеше ҡала урамдарын яҡшылап белеп бөтмәгән.
Йыл башынан эскән килеш руль артына ултырған 75 водитель тотолған, шуларҙың 21-е ҡабатлап ҡағиҙә боҙоуҙа ғәйепләнә.
Юл хәрәкәте инспекторҙары барығыҙҙы ла юлдарҙа һаҡ булырға, юл ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә, тиҙлек режимын һаҡларға, юл маневрҙарына иғтибарлы булырға, иҫерек килеш машина йөрөтмәҫкә саҡыра.