Бөтә яңылыҡтар
Ғәҙәттән тыш хәл
22 Март 2021, 15:15

Бала аҙығында - лимон кислотаһы

Йәш әсә ике айлыҡ сабыйына ҡатышма (смесь) әҙерләй ҙә уны иренә биреп, баланы ашатырға ҡуша. Бәләкәс ашарға теләмәй, әммә атай көсләп-көсләп ҡабыҙа. Бала шешәләген имеүҙән баш тартып илай башлағас ҡына, йәш әсәнең иҫенә төшә...

27 йәшлек йәш әсә ике айлыҡ сабыйына ҡатышма (смесь) әҙерләй ҙә уны иренә биреп, баланы ашатырға ҡуша. Бәләкәс ашарға теләмәй, әммә атай көсләп ҡабыҙа. Бала шешәләген имеүҙән баш тартып илай башлағас ҡына, йәш әсәнең иҫенә төшә. Ул бынан алда лимон кислотаһы менән сәйнүкте йыуған була. Уныһын сайып түгергә онотоп, өҫтөнә бер аҙ һыу өҫтәп ҡайната ла шуны ҡатышмаға ҡуша.
Һөҙөмтәлә, баланы көслө химик яныу менән дауаханаға алып китәләр. Әле ике айлыҡ малай әсәһе менән дауаханала.
Был хәл Екатеринбург ҡалаһында булған.
Эйе, бала бағыу анһат түгел. Йоҡоһоҙ төн үҙенекен итә. Нисек кенә ауыр булмаһын, йәш әсәләргә бик иғтибарлы булырға кәрәк.
Бәлә-ҡазалар урап үтһен!