Бөтә яңылыҡтар
Ғәҙәттән тыш хәл
16 Март 2021, 16:00

Янғынды киҫәтеү отошло

Иҫкергән электр уты үткәргестәр, боҙоҡ көнкүреш техникаһы, өйҙә тәмәке тартыу, һис шикһеҙ, фажиғәғә илтә. Быйыл 3 айҙа Сибай ҡалаһында теркәлгән 5 янғын осрағының да сәбәбе тәмәке тартҡанда төпсөк менән һаҡһыҙ ҡыланыу. Уҙған аҙнала ойошторолған рейдтарҙа хәүеф төркөмөнә ҡараған ғаиләләр йәшәгән торлаҡтар тикшерелде. Ғәҙәттән тыш хәлдәр, янғын һағы, хоҡуҡ, социаль хеҙмәткәрҙәрҙән һәм башҡа компетентлы органдар вәкилдәренән торған махсус комиссия кешеләрҙең өйҙәрен тикшереп кенә ҡалмай, ут сығырмауҙы киҫәтеүсе иҫкәрмәләр ҙә тарата.

2020 йылда Сибайҙа 200 янғын сығыу осрағы теркәлгән. Статистик мәғлүмәттәргә ҡарағанда, башлыса янғындарҙа шәхси секторҙарҙа йәшәүселәр һәләк булған. Ошондай күңелһеҙ хәлдәр булмаһын өсөн Сибай ҡалаһында аҙна һайын профилактик рейдтар ойошторола.
Иҫкергән электр уты үткәргестәр, боҙоҡ көнкүреш техникаһы, өйҙә тәмәке тартыу, һис шикһеҙ, фажиғәғә илтә. Быйыл 3 айҙа Сибай ҡалаһында теркәлгән 5 янғын осрағының да сәбәбе тәмәке тартҡанда төпсөк менән һаҡһыҙ ҡыланыу. Уҙған аҙнала ойошторолған рейдтарҙа хәүеф төркөмөнә ҡараған ғаиләләр йәшәгән торлаҡтар тикшерелде. Ғәҙәттән тыш хәлдәр, янғын һағы, хоҡуҡ, социаль хеҙмәткәрҙәрҙән һәм башҡа компетентлы органдар вәкилдәренән торған махсус комиссия кешеләрҙең өйҙәрен тикшереп кенә ҡалмай, ут сығырмауҙы киҫәтеүсе иҫкәрмәләр ҙә тарата.
--Күп балалы, аҙ тәьмин ителгән, хәүеф төркөмөнә ингән ғаиләләр йәшәгән йорттарҙы ҡараныҡ. Рейд барышында янғын һағы извещателдәре тараттыҡ, иҫкәрмәләр бирҙек. Бындай сараларҙы уҙғарыу кәрәк, сөнки кешеләр беҙҙең даими йөрөгәнде белеп һаҡһыҙлыҡ күрһәтмәҫкә тырыша,--ти 45-се янғын һағы-ҡотҡарыу часы начальнигы Радмир Батталов.
Рейд барышында комиссия ағзалары 10 йорттоң ишеген шаҡыны. Күптәр өйҙәренә сит кешеләрҙе индерергә лә ашығып бармай. Шулай ҙа һәр кем мейес, мунса яҡҡанда, тәмәке тартҡанда ябай ҡағиҙәләрҙе үтәргә тейеш. Һәр йортта янғын һағы извещателе булыу ҙа ҙур бәләнән ҡотҡара.
Фото асыҡ сығанаҡтарҙан.