Бөтә яңылыҡтар
Ғәҙәттән тыш хәл
2 Март 2021, 17:15

ХӘҮЕФЛЕ ШУЛ ХӘСӘН ЮЛДАРЫ

Сибай-Баймаҡ юлдары үтә хәүефле. Борма-борма юлдарҙа шәп барыу ҙа, алдағыларҙы ҡыуып үтеү ҙә ҡурҡыныс. Хәйер, боролоштарҙа түгел, нәҡ тигеҙ юлда фажиғә күберәк осрай. Мәҫәлән, Сибай-Хәсән араһында күпме автоһәләкәт булды, күпме ғүмерҙәр өҙөлдө.

Сибай-Баймаҡ юлдары үтә хәүефле. Борма-борма юлдарҙа шәп барыу ҙа, алдағыларҙы ҡыуып үтеү ҙә ҡурҡыныс. Хәйер, боролоштарҙа түгел, нәҡ тигеҙ юлда фажиғә күберәк осрай. Мәҫәлән, Сибай-Хәсән араһында күпме автоһәләкәт булды, күпме ғүмерҙәр өҙөлдө. Ҡарап тороуға тигеҙ, барыһы ла күҙ алдында кеүек, әллә шуға водителдәр тиҙлеген арттырамы икән инде…
Уҙған йәкшәмбе бында УАЗ һәм "Hyundai Solaris" автомобиле бәрелеште. Тәүгеһе менән 29 йәшлек Сибай кешеһе идара итһә, иномарка руле артында52 йәшлек Сверловск өлкәһе кешеһе була.
"Hyundai" водителе шунда уҡ йән бирә, уның 45 йәшлек пассажиры дауаханаға оҙатылған. Шулай уҡ 29 йәшлек водитель дауаханала.
Әле тикшереү бара. Шаһиттар фекеренсә, УАЗ-дың техник торошо насар булып, ҡаршы юлға сығып киткән.
Ә 1 март көнө “Ларгус” руле артында ултырыусы ҡатын автогрейдерға барып төкөй. Ҡатын Йылайыр районынан була. Ул да, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һәләк булған.
Хоҡуҡ һаҡлаусылар хәлде асыҡлар, ә беҙҙең һеҙгә бер теләк: зинһар, ҡабаланмағыҙ! Юлдарҙа һаҡ булығыҙ!
Читайте нас: