Бөтә яңылыҡтар
Ғәҙәттән тыш хәл
15 Февраль 2021, 12:30

Янғын сыҡҡан

Кисә Баймаҡ ҡалаһының Тухачевский урамында йәшәүселәрҙең мунсаһы янып китә... Эсендә 34 йәшлек ҡатын һәм уның 12 йәшлек ҡыҙы була.

Кисә Баймаҡ ҡалаһының Тухачевский урамында янғын сыға. Ғәҙәттән тыш хәлдәр идаралығының хеҙмәткәрҙәре һәм янғын һүндереү машиналары килгәндә мунсаның ҡыйығы дөрләп янған мәл була. Ҡотҡарыусылар мунса эсенән 34 йәшлек ҡатынды һәм уның 12 йәшлек ҡыҙын сығара. Һөрөм газына ағыуланыусылар тиҙ арала дауаханаға оҙатыла.
Бик һаҡ булығыҙ!