Бөтә яңылыҡтар
Ғәҙәттән тыш хәл
15 Февраль 2021, 13:35

"Ай ярым түҙҙем! Етте!"

Бөгөн республика Хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә Башлыҡ сығырынан-сыҡты... "Етте! Ай ярым түҙҙем", - тине ул үҙ сығышында.

Бөгөнгө оператив кәңәшмәлә Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы Ф.Ғүмәров сығышын тыңлағандан һуң, республика Башлығы асыуын тыя алманы.
- Ҡасан яныуҙан туҡтайбыҙ? Бәлки, үтә ҡаты һыуыҡтар торалыр, шуға ныҡ яғаларҙыр. Ә бит мин ауыл биләмәләре башлыҡтарын быға иғтибар бүлергә өндәнем. Ике бала үлгән. Нисек мәсьәләне хәл итергә? Бер аҙна эсендә пачкалап янғас, нисек һаҡланырбыҙ? Кәңәшмә йыйығыҙ, тулы анализ менән килегеҙ. Уҙған йыл менән сағыштырғанда үлеүселәр күберәк. Етте! - тине ул Фәрит Ғүмәровҡа.
Ысынлап та, янғындар һаны арта. Күпме генә хәүефһеҙлек сараларын тылҡып торһалар ҙа, кеше һаҡ һәм уяу була белмәй. Һыуыҡ көндәрҙә мейескә үтә ныҡ яғалармы, төҙөк булмаған йылытыу ҡоролмаларын ҡулланалармы, уларҙы ҡарауһыҙ ҡалдыралармы?..
Һаҡ һәм уяу булайыҡ, йәмәғәт! Бәлә -ҡазалар урап үтһен!
Читайте нас: