Бөтә яңылыҡтар
Ғәҙәттән тыш хәл
9 Февраль 2021, 12:05

БҮРЕНЕҢ ДӘ АШАҒЫҺЫ КИЛӘ...

Күптәр бында һунарсыларҙы ғәйепләй. “Элек һунарсыларҙы нужа һәм ризыҡ йөрөтһә, хәҙергеләрҙе нәфсе йөрөтә”, - тип иҫәпләй Илдар исемле ағай. Урал исемлеһе: “Улар һунарсы түгел, улар браконьерҙар”, -тип билдәләй.Бәғзеләр бүреләрҙе атып бөтөү яҡлы…Был яңылыш фекер. Донъяға бер генә йән эйәһе лә бушҡа яратылмаған. Бүрегә йыртҡыс тип кенә ҡарау дөрөҫ түгел.

Баймаҡ районы Мерәҫ ауылына бүреләр төшөп, эттәрҙе ашап китеүе хаҡындағы хәбәр йәшен тиҙлегендә таралды. Интернет селтәрҙәрендә видеолар ҙа йөрөй. Эттәр ҙә йәл, бүреләр ҙә… Ошо тәңгәлдә “Бәләнештә” селтәрендә бәхәс тә сыҡты.
Билдәле, бүре урман йәнлектәре менән туҡлана. Шулай булғас ни өсөн ауылға төшкән һуң улар? Күптәр бында һунарсыларҙы ғәйепләй. “Элек һунарсыларҙы нужа һәм ризыҡ йөрөтһә, хәҙергеләрҙе нәфсе йөрөтә”, - тип иҫәпләй Илдар исемле ағай. Урал исемлеһе: “Улар һунарсы түгел, улар браконьерҙар”, -тип билдәләй.
Бәғзеләр бүреләрҙе атып бөтөү яҡлы…Был яңылыш фекер. Донъяға бер генә йән эйәһе лә бушҡа яратылмаған. Бүрегә йыртҡыс тип кенә ҡарау дөрөҫ түгел. Уны бик аҡыллы хайуан тип билдәләй белгестәр. Бүреләрҙең тәбиғәттәге роле ҙур. Уларҙы тәбиғи селекционерҙар, ҡондоҙҙар һанын “иҫәптә тотоусы” контролерҙар, шәп санитарҙар тип тә йөрөтәләр.
Тимәк, Илдар ағай әйтмешләй, һунарсыларҙы урманға нәфсе йөрөтһә, бүреләрҙе ауылға нужа йөрөтә… Был бик хәүефле хәл. Бөгөн этте, иртәгә кемде, нимәне тамаҡлар улар? Уйлауы ҡурҡыныс…

Эйе, ҡабатлайым, бүреләр ҙә, эттәр ҙә йәл... Улар ниндәй генә аҡыллы булмаһын, улар хайуан...Ә беҙ кеше. Кешеләр тарфынан тәбиғәт, ундағы тереклек хәле ошондай аяныслы хәлгә етте түгелме? Уйланырлыҡ.
Читайте нас: