Бөтә яңылыҡтар
Ғәҙәттән тыш хәл
27 Ғинуар 2021, 13:35

ҠЫЙЫҠТАН ТАМСЫ ҒЫНА ТАММАЙ, БОҘ ҘА ТӨШӘ...

Башына төшкән боҙҙан ул йән биргән. Әле тикшереү бара. Әгәр ҡыйыҡ башынан төшкән булһа, торлаҡ-коммуналь хеҙмәте яуап бирәсәк. Тик быны бит иҫбатларға кәрәк...

Көндәр йылы тороу сәбәпле хәүеф тә артты. Ҡыйыҡ башына йыйылған ҡар-боҙҙар шыуып төшә, тамсы тамыуҙан боҙбармаҡтар ҡалыная, ҙурая бара.
Ошо көндәрҙә Пенза ҡалаһында йәшәүсе ҡыҙ өҫтөнә ҙур боҙло ҡар киҫәге төшә яҙа. Ул йәнә 1-2 аҙым яһаһа, хәлдәр аяныслы тамамланыр ине. Был хәлде ошо тирәгә туҡталған машина регистраторы төшөрөп алған.
Ә бына Һарытау ҡалаһында 12 йәшлек малай имен ҡотола алмаған. Башына төшкән боҙҙан ул йән биргән. Әле тикшереү бара. Әгәр боҙло ҡар ҡыйыҡ башынан төшкән булһа, торлаҡ-коммуналь хеҙмәте яуап бирәсәк. Тик быны бит иҫбатларға кәрәк. Һарытау өлкәһенең торлаҡ инспекцияһы начальнигы әйтеүенсә, ҡар яуғанға тиклем 2-3 көн алда ҡыйыҡ таҙартылған. Тимәк, фатир балконы ҡыйығынан боҙ төшкән, тип фаразлайҙар. Әйткәндәй, балкон баштарын таҙалау торлаҡ идаралығы бурысына инмәй.
Хоҡуҡ хеҙмәткәрҙәре ғәйеплеһен табыр ҙа ул…Тик бына малайҙы кире ҡайтарып булмаясаҡ. Шуның өсөн үҙегеҙҙе лә, балаларығыҙҙы ла һаҡлағыҙ. Балалар йорт янында уйнамаһын.