Интернет селтәрендә ниндәй генә видеояҙма осратмаҫһың. Әле Ҡазағстандың Алмата өлкәһендә -30 градустан түбән һыуыҡта ҡайҙалыр һарыҡ, ә ҡайҙалыр эттәр, ә эт өҫтөндә сысҡан туңып ятҡанын сағылдырған видеоға тап булдыҡ. Рәсми мәғлүмәттәр эҙләп ҡарағайныҡ та, тапманыҡ. Ә социаль селтәрҙә ысынлап та видео йөрөй. Тик комментарийҙар ғына төрлөсә. Кемдер йәлләй, кемдер ышанмай, өсөнсөләр хоҡуҡ һаҡлау органы хеҙмәткәрҙәренә хәбәр итергә кәрәк тип белдерә.
Ә бына Ҡаҙағстандың төньяғына ысынлап та сатлама һыуыҡтар килеүе билдәле. Урыны менән – 43-кә барып еткән. Хатта бында хоҡуҡ һаҡлау инспекторҙары тышта ҡалған йорт хайуандарына ярҙам итеү йәһәтенән “Бәхеткә хоҡуҡ” приюты менән тығыҙ эшләүҙәрен, ирекмәндәрҙән ярҙам һорауҙарын белдерә.
Ирекмәндәр урамдан 15 эт-бесәйҙе табып, приютҡа алып барған. Ҡайһы берҙәренә яңы хужа ла табылған.
Ҡыш булғас, һыуыҡтары булырға тейеш инде. Дүрт аяҡлы дуҫтарыбыҙ ҙа, үҙебеҙ ҙә имен булайыҡ! Бәлә-ҡазалар урап үтһен.
Әйткәндәй, башҡорттар йылдың иң һалҡын мәлен селлә тип йөрөтә. Бөгөн һәм унан алдағы бер нисә көн һыуыҡ булды. Селлә мәлендә көн һалҡын торһа, йәйге селлә эҫе була, тиҙәр...