Бөтә яңылыҡтар
Ғәҙәттән тыш хәл
16 Декабрь 2020, 19:55

САБЫЙҘАРҘЫҢ ҒҮМЕРЕ ӨҘӨЛГӘН

Бәхетһеҙ осраҡ ғәйеплеме? Иғтибарһыҙлыҡмы? Әммә бик аяныслы хәл...

Башҡортостанда сабыйҙар ғүмере өҙөлгән. Аяныслы хәлдең береһе Ҡариҙел районында теркәлгән. Бер йәшлек бала саморез йотҡан. Әсә аңғарып ҡалғас та дауаханаға алып барған, әммә табиптар бала ғүмерен ҡотҡарып өлгөрмәгән. Бик ҡыҙғаныс.

Икенсе хәл Стәрлетамаҡ районында булған. Әсә йәш ярымлыҡ балаһын ваннала йыуындырып торған. Ниңәлер уны ҡалдырып, бер нисә минутҡа сыҡҡан. Килеүенә ҡыҙ үле ятҡан. Хоҡуҡ һаҡлау органдары енәйәт эше асҡан.

Бәләләрҙән Аллаһы Тәғәлә үҙе ҡурсалаһын. Сабыйҙарҙы һаҡлайыҡ. Уяу, һаҡ булайыҡ!