АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ғәҙәттән тыш хәл
15 Декабрь 2020, 11:55

Янғында 11 кеше һәләк булған

Әбйәлил районында сыҡҡан янғында 11 кеше һәләк булған. Был хәл Ишбулды ауылында теркәлгән. Әле унда ғәҙәттән тыш хәл иғлан ителде.

Әбйәлил районында сыҡҡан янғында 11 кеше һәләк булған. Был хәл Ишбулды ауылында теркәлгән. Әле унда ғәҙәттән тыш хәл иғлан ителде.
“Башинформ” хәбәр итеүенсә, янғын сыҡҡан йорт 2019 йылда ғына Ҡарттар йорто тип (Дом милосердия) иғлан ителгән була. Бында 16 оло кеше йәшәгән.
--Янғын хеҙмәтенә 2.45 сәғәттә шылтыратыу килә. 1960 йылда төҙөлгән бинаға ут тоҡаныуын хәбәр итәләр. 3.17 сәғәттә Хәлил ауылы биләмәһенең янғын хеҙмәте төркөмө килә. Уттан 5 кешенең ғүмерен йолоп алып ҡалалар. Янғынға ҡаршы ҡоролмалар эшләп, тауыш сығарып, сигнал биреүенә ҡарамаҫтан, 11 кеше уттан ҡотола алмай. Районда ғәҙәттән тыш хәл иғлан ителде”, - ти район башлығы Илдар Нафиҡов.
Әле урында тикшереү эше бара. Һәләк булыусыларҙың туғандарына психологтар ярҙам күрһәтә.