Сибай юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге инспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, балалар, үҫмерҙәр кейеменә яҡтылыҡ сағылдырыусы элементтар ҡуйыу күп кенә бәләләрҙән һаҡлап ҡалыр ине. Әммә быға иғтибар бирмәүселәр ҙә байтаҡ.
Көндәр ҡыҫҡарып, ҡараңғы тиҙ төшөү сәбәпле, юл хәрәкәтендә хәүеф тә арта. Балалар ҡапыл юлға йүгереп сығыусан. Ә водителдәр күрмәй, аңғармай ҡала.
Мәҫәлән, күптән түгел киске 19.10 сәғәттә Шевроле AVEO водителе Зәки Вәлиди урамы һәм Таусылар проспекты киҫелешендә 2003 йылғы ҡыҙҙы тапай. Ҡыҙ әллә күпме тән йәрәхәттәре менән дауаханаға оҙатыла. Водитель айыҡ була. Ҡыҙ йәйәүлеләр үтә торған махсус урындан үтеп барған (пешеходтан), әммә бала кейемендә әлеге элементтың булмауы ошо күңелһеҙ хәлгә килтергән.
Юл хәрәкәте инспекторҙары водителдәрҙе бик һаҡ булырға, ҡәтғи маневрҙар эшләмәҫкә, бөтә ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәргә саҡыра.
Һаҡ һәм уяу булығыҙ!Фото интернеттан.