Бөтә яңылыҡтар
Ғәҙәттән тыш хәл
11 Ноябрь 2020, 14:50

Бәлә аяҡ аҫтында

Сибай ҡалаһында йәшәүсе 82 йәшлек инәй баҙға ҡолап төшкән…

Сибай ҡалаһында йәшәүсе 82 йәшлек инәй баҙға ҡолап төшкән…
Ҡыҙы инәйҙең яңғыҙын ҡалдырып ишек алдына сыҡҡан арала булған был хәл. Оло йәштәге ҡатын нишләптер баҙға төшөргә ҡарар итә, әммә тотоноп өлгөрмәй, аҫҡа тәгәрәй. Тыштан инеп, әсәһенең юҡлығын күргән ҡыҙы тиҙ генә ҡотҡарыусылар саҡыра. Улары инәйҙе баҙҙан сығара һәм “Тиҙ ярҙам” хеҙмәткәрҙәренә тапшыра.
Ниндәйҙер мөғжизә менән инәй имгәнмәгән. Бары ҡан баҫымы күтәрелеүенә генә зарланған.
Ҡотҡарыу хеҙмәтенән белдереүҙәренсә, ошо ише хәлдәр йыш ҡабатланмаһа ла булып тора. Гараж соҡорона ҡолап төшөүселәр ҙә булған. Ярай әле, яныңдан үтеүсе, күреүсе булһа…Аяҡ-ҡулыңды һындырып, сыға алмай ятырға ла мөмкин бит. Баҙ-соҡорҙарға хайуандар, малдар ҙа төшкөләй…
Шуға күрә бик һаҡ булығыҙ! Соҡор-баҙҙарҙы – асыҡ, ололарҙы, балаларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ! Бәлә аяҡ аҫтында икәнлеген онотмайыҡ! Имен булайыҡ.
Фото интернеттағы ирекле сығанаҡтан.