Бөтә яңылыҡтар
Ғәҙәттән тыш хәл
9 Ноябрь 2020, 22:05

БҮРЕ ҺӨЖҮМ ИТКӘН

60 йәшлек пенсионерға бүре һөжүм итеп, аяғынан эләктереп алған. Ир нисектер ысҡынып, өйөнә ҡасып ингән

Белорет районында шәхси йортта йәшәүсе 60 йәшлек пенсионерға бүре һөжүм итеп, аяғынан эләктереп алған. Ир нисектер ысҡынып, өйөнә ҡасып ингән һәм полицияға шылтыратҡан.
Полиция әйтелгән урынға килеп, тикшереү үткәргән ваҡытта йәнә ике йәрәхәтләнеүсе кешене осрата. 44 йәшлек ҡатын һәм уның танышы ла бүре һөжүменә эләккән. Ҡатындың һынған урындары ла бар, тешләнеүҙән күҙе лә йәрәхәтләнгән.
Участковыйҙың үҙенә лә бүре ташланған. Полиция хеҙмәткәре уға ҡаршы ҡорал ҡулланырға мәжбүр була. Бүренең үле кәүҙәһе ветеринарҙарға тапшырылған.