Дүрт айлыҡ улдарының тын алмауын күргән ата-әсә бер аҙға һүҙһеҙ ҡалған. "КП-Өфө" баҫмаһы белдереүенсә, фажиғә Сибай ҡалаһының күп ҡатлы йорттарының бер фатирында теркәлгән. Сабыйҙары йоҡлаған саҡта уны бер нисә минутҡа ғына яңғыҙ ҡалдырған ата-әсә улдары янына килгәс, уның тын алмауына шаһит булған. Бала карауатта ятҡан, ә уның битенә тумбочка өҫтәндәге целлофан ҡапсыҡ төшкән һәм тын алыу юлын ҡаплаған. Күрәһең, сабый тын ала алмай, тонсоҡтан.
Хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре ваҡиға урынынан целлофан пакетты алған, сабыйҙың мәйете суд-медицина экспертизаһына оҙатылған. Тикшереү үткәрелгәндән һуң, дүрт айлыҡ сабыйҙың үлем сәбәбе асыҡланасаҡ.
Улдарын ҡулдарына алып , һөйөп тә туя алмаған ғаиләнең ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ, яҡындарына түҙемлек һәм сабырлыҡ теләйбеҙ. Бер кемгә лә бала ҡайғыларын күрһәтмәһен, ғәзиздәрегеҙ иҫән-һау булһын.