Бөтә яңылыҡтар
Ғәҙәттән тыш хәл
19 Октябрь 2020, 15:15

14 йәшлек ҡыҙҙы мәсхәрәләгән

Һуңғы ваҡытта ошоноң кеүек күңелһеҙ ваҡиғаларҙың артыуы күҙәтелә. Ҡыҙ балаҡайымды ҡыҙғанам, тип йырҙарҙа йырланғансы,ысынлап та ҡыҙҙарыбыҙҙы яҡлайыҡ, уларҙың әле лә башланып та өлгөрмәгән ғүмерҙәрен бысраҡҡа тапатмайыҡ.

Ҡот осҡос ваҡиға Сибай ҡалаһында теркәлгән. "Өфө-КП" матбуғат баҫмаһы белдереүенсә, Сибай ҡалаһының хоҡуҡ һаҡлау бүлеге тарафынан урында йәшәүсе 37 йәшлек ир ҡулға алынған. Уның 14 йәшлек ҡыҙ баланы көсләгән. Был хаҡта уның менән бергә йәшәүсе 41 йәшлек ҡатын белдергән,уның полиция бүлегенә яҙған ғаризаға ярашлы, ҡатын үҙе менән бергә йәшәүсе ирҙең 14 йәшлек һеңлеһен мәсхәрәләүе хаҡында белдергән. Был ҡот осҡос хәл ҡатындың апайында ҡунаҡта булған ваҡытта ҡылынған. Енәйәтсегә ҡарата эш асылған, ваҡиға урынынан телефон һәм зыян күреүсенең кейемдәре алынған.