Бөтә яңылыҡтар
Ғәҙәттән тыш хәл
13 Октябрь 2020, 21:20

Улар кешелеккә хәүеф менән янай

Экстремизм һәм терроризмды профилактикалау дәүләттең генә түгел, граждандар йәмғиәте вәкилдәренең дә бурысы. Уға ғаиләлә, мәктәптә нигеҙ һалынырға тейеш, сөнки ҡараштары нығынып өлгөрмәгән йәштәр араһында радикаль идеялар ныҡлы таралыусан.

Бөгөн экстремизм һәм терроризм Рәсәй Федерацияһы милли именлегенә хәүеф менән янаған енәйәттәрҙең иң таралған төрө. Экстремизм иң имен, тотороҡло дәүләтте лә ҡаҡшатыуға һәләтле. Был замана афәттәренә ҡаршы профилактика алып барыу көнүҙәк мәсьәлә булып тора.
Экстремизм һәм терроризмды профилактикалау дәүләттең генә түгел, граждандар йәмғиәте вәкилдәренең дә бурысы. Уға ғаиләлә, мәктәптә нигеҙ һалынырға тейеш, сөнки ҡараштары нығынып өлгөрмәгән йәштәр араһында радикаль идеялар ныҡлы таралыусан.
Экстремистик эшмәкәрлеккә ҡаршы хоҡуҡи һәм ойоштороу нигеҙҙәре, уны ҡылған өсөн яуаплылыҡ Рәсәй Федерацияһында 2002 йылдың 25 июлендәге 114-се “Экстремистик эшмәкәрлеккә ҡаршы тороу” Федераль законында билдәләнгән.
Рәсәйҙә был енәйәт төрөнә террористик эшмәкәрлек һәм уны аҡлау, социаль, раса, милли йәки дини тарҡаулыҡҡа өндәү, нацистик атрибуттарҙы пропагандалау, экстремистик материалдарҙы таратыу, үрҙә һанап киткән тыйылған ғәмәлдәрҙе ойоштороу һәм уларҙы тормошҡа ашырыуға әҙерлек алып барыу ҡарай. Енәйәттәрҙе башлыса формаль булмаған ойошмаларҙа торған үҫмерҙәр ҡыла. Милли, социаль яҡланмаған ҡатламға нәфрәт тыуҙырыу, кәмһетеү идеологияһын алға һөрөүселәр ошондай аҙым яһай. Интернет селтәрендә раса, милләткә ҡарата нәфрәт уятҡан видеороликтар ҡуйыусы балиғ булмаған балалар ҙа хөкөмгә тарттырыла.
Терроризм--экстремизмдың иң хәүефле формаһы. Уға террористик акт, аманат алыу, законлы булмаған ҡораллы формирование ойоштороу, һауа, һыу, тимер юлы транспортын алып ҡасыу инә. Террористик акт тураһында ялған хәбәр таратыу ҙа беҙҙең заманда иң таралған енәйәттәрҙең береһе иҫәпләнә һәм закон буйынса уны ҡылыусы ҡаты язаға тарттырыла.
Тулеген Биркимбаев,
Сибай ҡалаһы эске эштәр бүлегенең өлкән оперуполномоченныйы.