АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ғәҙәттән тыш хәл
1 Сентябрь 2020, 13:00

Йылайырҙа урман яна

Август аҙағында Йылайыр һәм Белорет районының Әүжән урмансылыҡтарында 2,1 гектар майҙанда урман янған. Утты һүндереүгә 25 кеше һәм туғыҙ берәмек техника йәлеп ителгән.

Август аҙағында Йылайыр һәм Белорет районының Әүжән урмансылыҡтарында 2,1 гектар майҙанда урман янған. Утты һүндереүгә 25 кеше һәм туғыҙ берәмек техника йәлеп ителгән.
Сентябрҙә көндәр йылы торасаҡ, шуға ла Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығы янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә саҡыра, урманда йәки уның эргәһендә нимәлер янғанын күрһәгеҙ, шунда уҡ Урман һағының берҙәм телефон һандарына – 8 (800) 100-94-00 йәки республика Урман хужалығы министрлығының Төбәк диспетчер хеҙмәтенә – 8 (347) 218-14-14 – шылтыратығыҙ.