АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ғәҙәттән тыш хәл
12 Август 2020, 13:05

КЕШЕЛӘР ЮҒАЛА...

Бер көндә алты кеше юҡ булған...Уларҙың икәүһе табылған, дүртәүһен эҙләйҙәр әле.

Бер көндә алты кеше юҡ булған...Уларҙың икәүһе табылған, дүртәүһен эҙләйҙәр әле.
"Система-112" мөрәжәғәттәрҙе эшкәртеү үҙәгенә кисә Белорет районы Сосновка ауылында йәшәүсе 71 йәшлек ҡатын юғалыуын хәбәр итәләр. Пенсионерка бәшмәк артынан урманға киткән һәм юҡ булған. Ҡотҡарыусылар отряды оло йәштәге ҡатынды эҙләп тапҡан.
Бер аҙҙан үҙәккә йәнә шундай уҡ хәбәр килә. Иглин районында 70 йәшлек ир юғалған. Уны эҙләү ҙә, көслө томан булыуға ҡарамаҫтан, уңышлы тамамлана.
Төнгә ҡарай Күгәрсен районы Юмағужа ауылынан 4 кешенең юғалыуын хәбәр итәләр. Әле эҙләү дауам ителә.
Хөрмәтле гәзитебеҙ уҡыусылары! Зинһар, хаҡ булығыҙ! Урманға оло йәштәге туғандарығыҙҙы яңғыҙҙарын ебәрмәгеҙ, телефон бәйленеше булмаған ергә барыуҙан тыйылығыҙ, таныш булмаған урында бөтөнләй йөрөмәү хәйерле. Үҙегеҙҙе һәм туғандарығыҙҙы һаҡлағыҙ!