Бөтә яңылыҡтар
Ғәҙәттән тыш хәл
7 Август 2020, 14:00

Һеҙҙе өйҙә яҡындарығыҙ көтә

Юлдарҙа кеше ғүмерҙәре өҙөлөү дауам итә. Кисә Әбйәлил районының Асҡар-Аэропорт автомобиль юлының 12 саҡрымында үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлде.

Юлдарҙа кеше ғүмерҙәре өҙөлөү дауам итә. Кисә Әбйәлил районының Асҡар-Аэропорт автомобиль юлының 12 саҡрымында үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлде. Аварияла Силәбе өлкәһе кешеһе вафат булаған «ВАЗ-2111» автомобиленә идара иткән 63 йәшлек водитель хәүефле боролошта машинаһы ситкә осоп китеп түңкәрелгән. Водитель шунда уҡ йән биргән.
Әбйәлил районының дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре авария сәбәптәрен асыҡлай.
Юлдар хәйерле булһын! Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: һеҙҙе өйҙә яҡындарығыҙ көтә! Тиҙлегегеҙҙе арттырмағыҙ!