Бөтә яңылыҡтар
Ғәҙәттән тыш хәл
30 Июль 2020, 13:10

Тыуған яғына мәңгелеккә ҡайтты

Салауат районында, Кропачево – Мәсәғүт – Әсет юлында "Ford Transit" маршрут автобусы һәм "MAN" йөк машинаһы бәрелешеп, ике ҡатын һәләк булыуын ишеткәйнек. Шуларҙың береһе-- Хәйбулла районының Аҡъяр ауылынан Рәсимә Ибраһимова булыуы бик үкенесле.

28 июлдә Салауат районында, Кропачево – Мәсәғүт – Әсет юлында "Ford Transit" маршрут автобусы һәм "MAN" йөк машинаһы бәрелешеүен, тиҫтәнән ашыу пассажир зыян күреүен, ике кеше һәләк булыуын матбуғат саралары хәбәр иткәйне.
Мәғлүм булыуынса, водителдәрҙең икеһе лә зыян күрмәгән. Шаһиттар белдереүенсә, ярымприцеп менән барған йөк машинаһы идараһын юғалтҡан һәм күп тонналы прицеп ҡаршы һыҙатҡа сыҡҡан. Ул саҡта юлдан пассажир автобусы үтеп барған...
Һәләк булғандарҙың икеһе лә ҡатындар, береһенә – 29, икенсеһенә 49 йәш булған.
Ҡыҙғанысҡа күрә, 49 йәшлек гүзәл зат Рәсимә Камил ҡыҙы Ибраһимова—беҙҙең яҡташ, Хәйбулла районы Аҡъяр ауылынан. Ул сығышы менән Салауат районы Ахун ауылынан. Хәйбуллаға килен булып төшөп, 30 йылға яҡын беҙҙең төбәктә йәшәне. Аҡъярҙың 1-се мәктәбендә балаларға башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән һабаҡ бирҙе. Ҡул эштәренә оҫта, шәп хужабикә, яҡшы әсәй булды.
Уҡыу йортон тамамлаған улын әрме сафына оҙатып, тыуған яҡтарына ҡайтып,97 йәшлек өләсәһенең хәлен белергә тыуған яҡтарына барған булған. Шунан Хәйбуллаға, ире, ҡыҙы янына ашҡынып ҡайтып килгән булғандыр ҙа бит...Юлы хәйерһеҙ тамамланған шул.
Рәсимәне бөгөн ерләйҙәр. Ауыр тупраҡтары еңел, йәне йәннәттә булһын. Яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
Вафат булғандарҙан тыш, автобуста тағы ла дүрт кеше ауыр йәрәхәтләнгән. Салауат районынан 52 йәшлек ҡатынды, 20 йәшлек ҡыҙҙы Мәсәғүт дауаханаһына оҙатҡандар. 30 йәшлек иргә иһә Малаяҙ дауаханаһында ярҙам күрһәтелгән. 7 йәшлек ҡыҙҙың ҡулы һынған, ул да Малаяҙҙа дауалана. Унан тыш, тағы бер 39 йәшлек ҡатын ҡулын һындырыуы, бер ир янбашын яралауы мәғлүм.