Бөтә яңылыҡтар
Ғәҙәттән тыш хәл
20 Июль 2020, 13:55

ҺЫУ ҺАҠЛЫҠ ТАЛАП ИТӘ

Уҙған аҙнала, оператив мәғлүмәттәр буйынса, республиканың һыу объекттарында 35 кеше һәләк булды, уларҙың икәүһе - бала. Йәнә 4 кешене эҙләйҙәр.

Уҙған аҙнала, оператив мәғлүмәттәр буйынса, республиканың һыу объекттарында 35 кеше һәләк булды, уларҙың икәүһе - бала. Йәнә 4 кешене эҙләйҙәр.
Һыуға бәйле бәхетһеҙ осраҡтар артыу сәбәпле, муниципалитеттарҙа Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты, Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының баш идаралығы, эске эштәр органдары тарафынан 3 230 профилактик рейд уҙғарылған.
Сараға 15 меңдән ашыу кеше йәлеп ителгән, шулай уҡ 3,5 мең ирекмән ҡатнашҡан. Аҙна барышында дауам иткән ведомство-ара эш мәлендә 68 кешене ҡотҡарғандар.
Әйткәндәй, уҙған аҙнала йәнә 4 пляж асылды. Шуны ла әйтергә кәрәк: Волга яны федераль округында махсус йыһазландырылған пляждар буйынса Башҡортостан тәүге урынды биләй. Икенсе урында - Һарытау өлкәһе. Өсөнсө урында 25 пляжлы Марий Эл һәм Татарстан Республикалары.