Хәйбулла, Йылайыр, Ейәнсура районы урмандарының яланғас булыуына, уларҙың ебәк күбәләк һөжүменә тарығаны хаҡында хәбәр иткәйнек инде. Күптән түгел Йылайыр районына командировкаға сыҡҡанда, ғәжәйеп күренешкә тап булдыҡ: ҡарышлауыҡтарҙы "еңеп", уларға бирешмәй ҡайындар яңынан йәм-йәшел булып япраҡ ярып ултыра. Тәбиғәт мөғжизәһеме, әллә уның шулай афәткә ҡаршы үҙенең көрәшеүеме, билдәһеҙ, әммә тәбиғәттең ҡайтанан йәшәреүе күңелдәргә өмөт һәм ышаныс уята.
Ә һеҙҙең яҡтарҙа ҡайындар яңынан япраҡ ярмаймы, муйылдар сәскә атмаймы?!
Автор фотоһы.