Бөтә яңылыҡтар
Ғәҙәттән тыш хәл
15 Июль 2020, 15:07

Һаулығығыҙға иғтибарлы булығыҙ!

Башҡортостанда хәҙерге ваҡытта аномаль эҫе һауа торошо урынлашты – температура уртаса күрһәткестәрҙән юғары. Бындай ваҡытта кешелә хроник ауырыуҙар киҫкенләшергә, сәләмәтлеккә зыян килергә мөмкин. Эҫелек осоро һаулыҡҡа зыянһыҙ үтһен өсөн Сибай үҙәк поликлиникаһының ЛОР бүлеге мөдире Тимур Әнүәр улы Сирусин үҙ кәңәштәрен бирҙе:

- Эҫе һауа йөрәк өйәнәге, юғары ҡан баҫымы менән яфалаусылар өсөн зыянлы. Уларға эҫе һауала оҙаҡ йөрөмәҫкә һәм асыҡ төҫтәге еңел кейем кейергә кәрәк. Физик эштәрҙән тыйылып тороғоҙ: бигерәк тә баҡса һәм ялан эштәре менән шөғөлләнеү күңелһеҙ тамамланыуы бар. Шулай уҡ майлы ризыҡтарҙан, баллы һәм газлы һыуҙарҙан, энергетик һәм алкоголь эсемлектәрҙән баш тартырға кәрәк. Балыҡ, диңгеҙ ризыктары, еләк-емештәр, йәшелсәләр ашағыҙ, сәй, морс, һәм минераль һыуҙарҙы күберәк ҡулланығыҙ. Аҙыҡ әҙерләүҙең һәм һаҡлауҙың гигиеник һәм технологик талаптарын ҡәтғи һаҡларға кәрәк. Үҙ һаулығығыҙға иғтибарлы булығыҙ!