Эҫе... Ә шулай ҙа ҡар яуған. Ышанмайһығыҙмы?
Красноярск крайының көньяғында урынлашҡан "Саяно-Шушенский" тип аталған ҡурсаулыҡ биләмәһендә ҡар яуған. Тәүҙә +30 градуслыҡ эҫелек торһа, был көндө аҙ ғына 0 градустан юғары булған.
Был төбәктә көн дә ҡойма ямғырҙар, йәшен, боҙ-борсаҡ яуған. Ә бына был юлы ҡар яуып аптыратҡан. Ул 8 сәғәткә һуҙылған. Ҡарҙың ҡалынлығы 5 см.