Башҡортостандың баш автоинспекторы Динар Ғилметдинов үҙенең шәхси блогында аяныслы юл-транспорт ваҡиғаһы хаҡында хәбәр итте.
Таңғы сәғәт 4.00 тирәһендә дежур бүлеккә Ҡырмыҫҡалы районында авария теркәлгәне хаҡында хәбәр ителә. Юл-транспорт ваҡиғаһы Булгаков - Бекетов автомобиль юлының 4-се километрында була.
"ВАЗ-2109" автомобиле юлдан ҡырҙа түңкәрелгән килеш табыла. Яҡынса күҙаллауҙар буйынса, трассанан килгән машина ситкә сығып оса. Водитель дә, уның ике пассажиры ла һәләк булған. Әле уларҙың шәхесе асыҡлана. Бик йәш егеттәр икәнлектәре билдәле: 2002, 2004 йылғылар.
Ваҡиға урынында тәфтиш-оператив төркөмө эшләй, авария сәбәптәре асыҡлана.
Бигерәк йәш кешеләрҙең ғүмере аяныслы ҡыйылған... Уларҙың туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
Фото: Динар Ғилметдиновтың шәхси блогынан.