Бөтә яңылыҡтар
Ғәҙәттән тыш хәл
8 Июль 2020, 22:10

ҮҘ КӨСӨҢӘ АРТЫҠ ЫШАНМА... ТӘБИҒӘТ КӨСЛӨРӘК!

Был аҙнала ғына 6 кеше һыу ингәндә ғүмере менән хушлашты. Ике көн эсендә өс бала батты...

Эҫе... Һәр кем йылға-күл буйына ашыға... Эйе, ҡайнар ҡояштан ҡасып һыу буйында ятыу, ҡыҙыныу, ҡолас ташлап йөҙөү рәхәт инде ул! Тик хәүефһеҙлекте онотоп ебәрәбеҙ бит...
Ошоно иҫәпкә алып, Башҡортостан Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров халыҡҡа мөрәжәғәт итә:
"Һыу трагедияһына күмәкләп ҡаршы торайыҡ!"
Эҫе кәндәр башланыу менән һыу ятҡылыҡтарында батыусылар күбәйҙе. Был аҙнала ғына 6 кеше һыу ингәндә ғүмере менән хушлашты. Ике көн эсендә өс бала батты: Бөрөлә, Салауатта, Ауырғазы районында. Уларға 14-17 йәш ине.
Оператив мәғлүмәттәр буйынса, йыл башынан һыу ятҡылығына бәйле 73 бәхетһеҙ осраҡ теркәлгән. Статистика күрһәтеүенсә, кеше көндөң икенсе яртыһында--14.00 сәғәттән 21.00 сәғәткә тиклем йышыраҡ бата.
Кешенең һыуҙа үлеү сәбәбе:
1. Иҫерек килеш һыуға барыуы.
2. Тәғәйен булмаған урында һыу инеүе.
3. Балаларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырыу.
Таныш булмаған, тыйылған ерҙә һыу инмәгеҙ! Унда ағым көслө, йә тәрән, йә үтә һыуыҡ булыуы ихтимал. Айыҡ түгелһегеҙ икән - һыуға төшмәгеҙ, яңғыҙ йөрөмәгеҙ, ярҙан алыҫ китмәгеҙ. Үҙ көсөгөҙгә артығынан тыш ышанмағыҙ! Балаларҙы яңғыҙ, ҡарауһыҙ ебәрмәгеҙ. Махсус пляжлы урындарҙа ғына һыу инегеҙ.
Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ! Хәүефһеҙлек сараларын күҙәтегеҙ. Беҙ бергәләп кенә үҙебеҙҙе һәм балаларҙы һыу трагедияһынан ҡотҡара алабыҙ.
Фото интернеттан.