Салауат районының бер ауылында булған был хәл. Ҡатын иртәнсәк эшкә сыға һәм ҡапҡа янында йәнлекте күрә. Ул уны эт тип уйлай һәм ҡыуып ебәрмәк була. Ҡондоҙ ҡасыу урынына ҡатындың аяғына йәбешә. Ҡатындың ҡысҡырыуына өйҙән улдары килеп сыға һәм һәнәк алып ҡондоҙға сәнсәләр.
--Ҡондоҙ бер йәбешһә, ебәрмәй. Уның үткер тештәре бик яман. Уларҙың үҙҙәренә теймәһәң, ҡондоҙ ҙа тейә һалып бармай. Бик һирәк кенә кешегә ташланалар,--тип белдергән "Йүрүҙән" гәзитенә ветстанция начальнигы.
Әле үлгән ҡондоҙ экспертизаға ебәрелгән. Ә ҡатын дауаханаға оҙатылған.
"Моя Уфа/Новости" төркөмөнән алынды.