Һуңғы арала йәштәр араһында төрлө синтетик матдә ҡулланыу модаға инде. Быны бөгөн Сибай ҡалаһында булған осраҡ дәлилләй. 35-36 йәштәр тирәһендәге бер ир аҙыҡ-түлек магазинына килеп инә һәм һатыусының муйынынан эләктереп алып, быуа башлай. Һатыусы бар көсөнә һөжүм итеүсене этеп ебәреп, урамға сығып ярҙам саҡыра. Магазиндан сығып ҡасырға маташҡан ирҙе ярҙамға килеүселәр тотоп ала һәм полиция хеҙмәткәрҙәренә тапшыра.
- Көндөҙгө 16.00 сәғәттә магазинға килеп инде, бер нәмәгә иғтибар итмәй аңһыҙ рәүештә миңә килеп йәбеште. Уның күҙҙәренән үк наркоман икәнлеге күренеп тора ине. Үлтермәүен нисек кенә һораһам да, быуыуын дауам итте. Магазинға инеүсе кеше лә юҡ бит әле. Күҙ алдым ҡараңғылана башлағас, ниндәйҙер көс менән уны этеп ебәреп, магазиндан сығып ярҙам саҡырҙым. Ярҙамға килеүселәрҙең барыһына ла рәхмәтемде белдерәм,- ти һатыусы.