АТАЙСАЛ
-10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ғәҙәттән тыш хәл
21 Апрель 2020, 13:20

БИШ АЯҠЛЫ БЫҘАУ

Әбйәлил районының Әлмөхәмәт ауылындағы бер шәхси хужалыҡта биш аяҡлы быҙау тыуған. Мал хужаһына быҙауҙы салып ташларға кәңәш итеүселәр ҙә бар, әммә ул... Тулыраҡ беҙҙең сайтта уҡығыҙ.

Әбйәлил районының Әлмөхәмәт ауылындағы бер шәхси хужалыҡта биш аяҡлы быҙау тыуған. Уның видеоһын Артур Иҙелбаев үҙенең “Бәйләнештә”ге сәхифәһенә һалған.
Малҡайҙың бишенсе аяғы арҡаһында үҫкән. Күптәрҙең фекере буйынса был күренеш быҙауҙа генетик сир--полимелия булыуы мөмкин. Ул өҫтәмә аяҡ-ҡулдар үҫеүгә килтерә, эшкә яраҡһыҙ була.
Мал хужаһына быҙауҙы салып ташларға кәңәш итеүселәр ҙә юҡ түгел, әммә ул уны тәрбиәләү яғында. Быҙау үҙе лә бик теремек күренә. Шулай уҡ комментарий яҙыусылар араһында биш аяҡлы быҙауҙарҙың элек тә, колхоз-совхоздар осоронда ла тыуыуы тураһында ла хәбәр итә.
Быҙауҡайҙың яҙмышы артабан нисек хәл ителер, был хаҡта беҙ гәзит уҡыусыларын таныштырып барасаҡбыҙ. Коронавирус инфекцияһына бәйле үҙаллы изоляция тамамланыу менән биш аяҡлы быҙау менән яҡындан таныштырырбыҙ. Әлеге күренеш һәр кемде лә уйландырмай ҡалмағандыр, моғайын.
Читайте нас: