Бөтә яңылыҡтар
Ғәҙәттән тыш хәл
20 Апрель 2020, 10:35

Урамда битлек кеймәгеҙ

“Сәләмәт йәшәү рәүеше организмдың йоғошло ауырыуҙарға ҡаршы тороуын нығыта. Сәләмәт режим тотоғоҙ, витаминдарға, минераль матдәләргә бай ризыҡ ашағыҙ, физик яҡтан әүҙем булығыҙ,--тиелә Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы рекомендацияларында.Белгестәр шулай уҡ урамда битлек кейеп йөрөргә ҡушмай.

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы белгестәре коронавирус пандемияһы мәлендә көн режимын ныҡлы тоторға тәҡдим итә. Улар йоҡо бөткәнсе йоҡлауҙы, туҡланыуҙа аҡһым ризыҡтарына өҫтөнлөк биреүҙе, шулай уҡ урамда битлек кейеүҙән баш тартыуҙы хуплай.
“Сәләмәт йәшәү рәүеше организмдың йоғошло ауырыуҙарға ҡаршы тороуын нығыта. Сәләмәт режим тотоғоҙ, витаминдарға, минераль матдәләргә бай ризыҡ ашағыҙ, физик яҡтан әүҙем булығыҙ,--тиелә Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы рекомендацияларында.
Белгестәр шулай уҡ урамда битлек кейеп йөрөргә ҡушмай.
“Асыҡ һауала битлек кейеп йөрөү урынһыҙ. Тышта йөрөгәндә саф һауа һулау файҙалы,--ти улар. Битлекте кеше күп йыйылған ерҙә, йәмәғәт транспортында, магазиндарҙа, сирлеләрҙе баҡҡанда, ауырып йөрөгән кешеләр менән аралашҡанда ғына кейеү хәйерле.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында белдереүҙәренсә, битлектәр төрлө була, бер тапҡыр ҡуллана торғандары ла, күп тапҡыр кейә торғандары ла бар. Әммә бөтә ергә лә бер үк һаҡланыу сараһын кейеү һаулыҡҡа зарарлы, йоғошло сир менән икенсе тапҡыр зарарланыу ихтималлығы көслө.