АТАЙСАЛ
-13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ғәҙәттән тыш хәл
12 Март 2020, 01:20

Ҙур һыуға әҙер булайыҡ

Быйылғы яҙҙа белгестәр ташҡын йылдағынан алдараҡ була тип күҙаллай.Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы белгестәре ташҡынға әҙер булыу өсөн халыҡҡа кәңәштәр бирҙе.Һыу ташыу ҡурҡынысы янаған осраҡта нимә эшләргә?

Быйылғы яҙҙа белгестәр ташҡын йылдағынан алдараҡ була тип күҙаллай.
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы белгестәре ташҡынға әҙер булыу өсөн халыҡҡа кәңәштәр бирҙе.
Һыу ташыу ҡурҡынысы янаған осраҡта нимә эшләргә?
* Ғәҙәттән тыш хәл тыуыу ихтималы һәм был осраҡта нимә эшләргә кәрәклеге тураһындағы мәғлүмәтте иғтибар менән тыңлағыҙ;
* ҡиммәтле әйберҙәрегеҙҙе өй ҡыйығына йәки башҡа хәүефһеҙ урынға күсерегеҙ;
* йорт йыһаздарын һәм көнкүреш техникаһын юғары ҡаттарға, өй башына мендерегеҙ;
* ишек һәм тәҙрәләрҙе ябығыҙ, уларҙы тыштан таҡталар менән ҡағып сығығыҙ;
* электр менән газды һүндерегеҙ;
* йорт хайуандарын хәүефһеҙ урынға күсерегеҙ, эттәрҙе бәйҙән ысҡындырығыҙ;
* баҙҙан аҙыҡ-түлек запастарын алып ҡуйығыҙ;
* ихатала һыу ағыҙып алып китә алырлыҡ бар әйберҙәрҙе алығыҙ йәки бәйләп ҡуйығыҙ;
* оҙон ҡуныслы итек, кәмә йәки һал әҙер торһон.
Алдан әҙерләп ҡуйығыҙ:
3 документтар, ҡиммәтле һәм кәрәк булыуы ихтимал әйберҙәр һалынған сумка (рюкзак);
3 полиэтилен пакеттарға: өс көнгә етерлек аҙыҡ, йылы кейемдәр, бар ғаилә ағзалары өсөн гигиена әйберҙәре;
3 аптечка, шәм, шырпы, запас батарейкалар менән фонарь;
3 ҡыйыҡҡа менер өсөн баҫҡыс.
Һыу ҡапыл күтәрелеп киткәндә нимә эшләргә?
* Тыныслыҡ һаҡлағыҙ, ығы-зығыға бирелмәгеҙ;
* документтар, ҡиммәтле әйберҙәр, дарыуҙар, аҙыҡ-түлек һәм башҡа кәрәк әйберҙәрҙе йыйығыҙ;
* ярҙам килеп еткәнсе өҫкө ҡаттарҙа, ҡыйыҡта, ағас баштарында, бейек урындарҙа ҡалығыҙ;
* ҡотҡарыусыларға сигнал бирегеҙ. Бының өсөн флаг, факел, сағыу сепрәк, фонарь йәки шәм яҡтыһы бара;
* һыу баҫҡан урындан үҙаллы һуңғы осраҡта ғына, ҡотҡарыусыларға өмөт ҡалмағанда ғына китегеҙ;
* үҙаллы китергә булһағыҙ, ныҡлы әҙерләнегеҙ, тынысланығыҙ, һыу ағымының йүнәлешен һәм тиҙлеген иҫәптә тотоғоҙ;
* өйҙән сығыр алдынан электрҙы, газды, мейестәге утты һүндерегеҙ. Ишек һәм тәҙрәләрҙе ябығыҙ, ваҡыт булһа, беренсе ҡаттағы ишек һәм тәҙрәләрҙе таҡта менән ҡағып сығығыҙ.
Әгәр урын һеҙгә таныш икән, һыу бик тәрән булмаһа, һыу өҫтөнән юғары торған бинаға, ҡорамалға, батмай ҡалған ҡоро ергә барып етергә тырышығыҙ. Һыу бик тиҙ баҫҡан зонала ҡалһағыҙ, ҡотҡарыусыларға сигнал бирегеҙ. Улар күренмәһә, һыуҙан яйлап, таяҡ менән тәрәнлекте һәрмәп кенә атлағыҙ.
Һыу ағымына эләкһәгеҙ:
* һыуҙың өҫтөндә ҡалырға тырышығыҙ;
* бар көсөгөҙ менән ярға, берәй бинаға йәки кәмәгә барып етергә тырышығыҙ;
* ағым ыңғайына йөҙөгөҙ, көсөгөҙҙө экономиялағыҙ, яйлап ҡына яр яғына ыңғайлағыҙ;
* һыу өйөрөлөшө, тығындар, ҡаршылыҡтарҙан ҡасығыҙ;
* йөҙөп китергә булһағыҙ, һыу өҫтөндәге предметтарҙы йәки страховкалаусы бауҙы файҙаланығыҙ;
* аяҡ кейеме, ауыр өҫкө кейемдәрегеҙҙе сисеп ырғытығыҙ һәм ярға табан йөҙөгөҙ, ҡороға сыҡһағыҙ, ярҙам көтөгөҙ.
Әгәр машина эсендә ҡалһағыҙ:
* һыу баҫҡан юлдан йөрөмәгеҙ, ағым һеҙҙе алып китеүе ихтимал;
* машинанан төшөгөҙ, юғары урынға менегеҙ һәм ярҙам көтөгөҙ.
Һыу киткәс, нимә эшләргә?
* Өйөгөҙгә ҡайтҡас, һаҡ булығыҙ. Иҙән, түбә, стеналар ышаныслы торамы – ентекләп тикшереп сығығыҙ;
* ҡәтғи рәүештә электр тоҡандырырға, ут яндырырға ярамай. Ни өсөн тигәндә газ сығып тороп, шартлауы ихтимал;
* йорттоң эсен, әйберҙәрҙе киптерергә кәрәк. Сүп-сарҙы алып ташлап, торлаҡты нормаль хәлгә килтерегеҙ.
Ғәҙәттән тыш хәл килеп сыҡҡан осраҡта ҡотҡарыусылар һәм янғын һүндереүселәрҙең номерына шылтыратығыҙ.
Ҡала телефонынан – 01,
мобиль телефондан – 101. Ашығыс хеҙмәттәрҙе саҡырыуҙың берҙәм номеры – 112.
Читайте нас: